Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
5 Ноябрь 2019, 17:29

СПИД менән ауырығандар күпме?

СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл туғыҙ айҙа Башҡортостанда ВИЧ менән сирләгән 2047 кеше (1268 ир-егет һәм 779 ҡатын-ҡыҙ) теркәлгән, шуларҙың 43 проценттан ашыуын 31 йәштән 40 йәшкә тиклемгеләр тәшкил итә.

18 – 30 йәшлек кешеләр араһында сирҙең таралыу күрһәткесе түбәнерәк. Вирус күпселек осраҡта енси партнерҙар аша (теркәлгәндәрҙең 83,3 проценты) йоҡҡан. Наркотик ҡулланғандарҙың энә-шприцтары аша ВИЧ йоҡторғандар – 15,8, сирле әсәнән тыуған балалар – 0,9 процент.


Мәғлүм булыуынса, былтыр республикала был ауырыуҙан яфаланғандар һаны бер аҙ күберәк (2203 кеше) булған, шуларҙың 1339-ы – көслө зат, 864-е иһә – гүзәл зат вәкилдәре.https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/spid-men-n-auyry-andar-k-pme/
Читайте нас: