Баҡһаң, был шәрбәтле аҙыҡ шизофрениянан да йолоп алып ҡала икән.
Көнбағыш орлоҡтарынан етештерелгән хәлүәлә микроэлементтар, аҡһым, май кислоталары тупланған.
Айырыуса аҙаҡҡылары атеросклероз үҫешен тотҡарлай, ялҡынһыныуҙы баҫа, туҡымаларҙың туҡланыуын яҡшырта, Альцгеймер һәм шизофрения сирҙәрен иҫкәртеүҙә файҙалы.
Тик бер хәлүә ярҙамында ғына был яман сирҙәрҙән ҡотолормон тимә. Ул бит юғары калориялы аҙыҡ, уның йөҙ грамына 500 килокалория тура килә. Был - бер плитә шоколадтағынан да күберәк тигән һүҙ.