Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Ноябрь 2019, 12:43

Оҙаҡ йәшәү сере нимәлә?

Профессор Христо Мемерски – билдәле болгар генетигы һәм дауалаусы, тиҫтәләгән китап авторы. Уның раҫлауынса, кеше ризыҡты дөрөҫ һайламау сәбәпле ғүмерен ҡыҫҡарта. Ғалимдар ҙа ҡартлыҡтың төп сәбәбен дөрөҫ туҡланмау­ға бәйләй. Донъяла 70 процент кеше туҡланыуға дөрөҫ ҡараш булмау арҡаһында донъя менән хушлаша, ти улар. Бөгөнгө заман афәте булған подагра, диабет, ашҡаҙан сей яраһы, инфаркт, инсульт, яман шештең ҡайһы бер төрҙәре кеүек сирҙәр ҙә ашауҙы контролдә тота алмауҙан башлана.

Христо Мемерски әйтеүенсә, ҡартлыҡты кисектереү өсөн ябай ғына туҡланыу ҡағиҙәләрен тотоу ҙа етә. Иң мөһиме – артығын ашамаҫҡа, ә һәр ризыҡты әҙ-әҙләп кенә ҡулланырға. Туҡланыу рационында йәшелсә-емеш, йогурт, һөт өҫтөнлөк итергә һәм аҙ миҡдарҙа сифатлы ысын шарап та булыр­ға тейеш. Мәҫәлән, Францияла иткә ҡыҙыл шарап һибеп әҙерләү ғәҙәте бар. Ошо аҙыҡтар араһында иң беренсе урында бактерия таяҡсалары ярҙамында әҙерләнгән тәбиғи йогурт тора. Ул – иң яҡшы үҙләштерелеүсе аҙыҡ. Ашҡаҙан һәм йыуан эсәк яман шешенә юл ҡуймай, остеопороздың үҫешен тотҡарлай. Иң һөҙөмтәле таҙарыныу һәм ябығыу ысулы бик ябай: 500 грамм тәбиғи йогурт­ҡа бер ҡалаҡ бал, бер ҡалаҡ алма һеркәһе, бер ҡалаҡ дәрсен һәм 30 тамсы прополис төнәтмәһе ҡушырға. Десертты ҡара көртмәле, күк көртмәле, әстерхан сәтләүеге, банан ҡушып төрләндерергә лә була. Уны иртәнге һәм киске аш урынына ла ҡулланырға мөмкин. Файҙалы ла, тәмле лә. 20 көн буйы һәр ике сәғәт һайын 2 ҡалаҡ ошо тәмлекәсте ашағанда, билегеҙҙең йоҡарып, сәсегеҙҙең ялтырап, кәйефегеҙҙең күтәрелеп китеүен һиҙерһегеҙ.

Матурлыҡ өсөн витаминдар

Матурлыҡ өсөн иң яҡшы витаминдар – кишерҙән һәм һарымһаҡтан әҙерләнгән салатта. Әзербайжанда һарымһаҡтың тылсымлы көсөн иҫбатлаусы тәжрибә үткәргәндәр. Бер стаканға 80 ауырыу микроб менән һыу ҡойғандар, икенсеһенә һарымһаҡ һалғандар һәм ошо ике стаканды йәнәш ҡуйғандар. Бер нисә сәғәттән һуң һыулы стаканда микробтар юҡҡа сыҡҡан. Тимәк, һарым­һаҡ шундай арауыҡтан да уларға һәләкәтле йоғонто яһау көсөнә эйә.

Прополис та ошондай уҡ үҙенсәлектәргә эйә. Ул киҙеү, гастрит, колит, дисбактериоз вирустарын үлтерә, яман шешкә ҡаршы бик яҡшы көрәшеү сараһы ла булып тора. 50 мл һыуға 20 – 30 тамсы прополис төнәтмәһе тамыҙып, көнөнә ике тапҡыр эсеү ҙә етә.

Аҙыҡта ла ағыу бар

Донъяла аҙыҡ-түлеккә тәмле еҫ һәм төҫ өҫтәүсе 200-ҙән ашыу химик матдә уйлап табылған. Улар бергә ойошҡан ваҡытта кешегә үлемесле йоғонто яһауы асыҡланған. Магазинда аҙыҡ-түлек һатып алғанда ҡабында иң бәләкәй хәрефтәр менән яҙылған өлөшөн ентекләп уҡығыҙ. Тап шунда уның составындағы зарарлы матдәләрҙең исемлеге күрһәтелә. Натрий нитраты һәм натрий нитриты кеүек синтетик өҫтәмәләр сәләмәтлектең һәм йәшлектең – иң зәһәр дошмандары. Уларҙы иттең һаҡланыу ваҡытын оҙайтыу һәм консерваларҙың боҙолоуына юл ҡуймау өсөн файҙаланалар. Был матдәләр колбасала, сосискаларҙа, беконда, ветчинала күп. Уны һыуытылған иткә һәм балыҡҡа ла һөртәләр.

Гидрокситолуол менән гидроксианизол бутилаттары иң ҡурҡыныс консерванттар иҫәбенә инә. Уларҙы салат әҙерләгәндә ҡулланалар һәм чипсы ҡыҙҙырған майға өҫтәй­ҙәр. Шулай уҡ әҙер тортта, резина һағыҙҙа, макаронда ла бар (иғтибар итегеҙ, балалар­ҙың иң яратҡан ризыҡтары!). Улар кешелә аллергия тыуҙыра һәм яман шеш үҫешенә булышлыҡ итә. Балалар өсөн әҙер һуттар ҙа зарарлы. Уларҙа цитрус эсемлектәрен төбөнә ултырыу­ҙан һәм концентраттарын тарҡалыуҙан һаҡлаусы бромин майы ҡулланыла. Был май кеше өсөн ағыулы. Шуға күрә һуттарҙың оҙаҡ һаҡланғанын түгел, ә яңы һығылғанын эсергә кәңәш ителә.

Тоҙло-шәкәрле ризыҡ нимәгә килтерә?

Шәкәр – кешене әкренләп кенә ҡурҡыныс сиргә этәреүсе татлы ағыу. Ул йөрәккә, үпкәгә, бөйөргә һәм ашҡаҙанға зыян килтерә. Газлы һыуҙар һәм лимонад хаҡында оноторға ваҡыт.

Юғары ҡан баҫымы менән интегеүсе кешеләр үҙҙәренең ауырыуының төп сәбәбе күпләп ашалған тоҙҙа булыуын уйлап та бирмәй. Айырыуса ас ҡарынға чипсы, попкорн һәм тоҙло сәтләүек ашау зыянлы. Был – үҙеңде-үҙең һәләкәткә илтеү тигән һүҙ.

Оҙаҡ бәхетле йәшәү сере ябай ҙа, ҡатмарлы ла кеүек: дөрөҫ туҡланыу, етерлек кимәл­дә физик әүҙемлек (умыртҡа бағанаһының һығылмалылығы мотлаҡ һаҡланырға тейеш), ыңғай хис-тойғолар (тынғыһыҙ­лыҡтан арыныу, төрлө ваҡиғаларға аҡыллы мөнәсәбәт), тормошҡа йәм биргән, ҡыҙыҡһыныу уятҡан тойғолар төрлөлөгө. Йәшәү энергияһын ошо ғәмәлдәр ҙә һаҡларға булыша: тәбиғәт ритмына буйһоноу, йоҡо һәм әүҙемлек, туҡланыу ваҡытын тәүлек һәм миҙгел циклдары менән яраштырыу мөһим. Мәҫәлән, ҡыш көнө иртәрәк йоҡларға ятырға һәм, йәй менән сағыштырғанда һуңыраҡ торорға кәрәк. Калорияларҙы сикләү (даими йәки ҡыҫҡа ваҡытҡа) кешене сәләмәтерәк итә һәм организмда ғүмер оҙайлылығын арттырыусы процестарҙы тиҙләтеп ебәрә. Ҡыҫҡа ваҡытлы асығыу ҙа файҙалы.

Ғүмер оҙайлығының 30 проценты нәҫелгә бәйле, ә бына ҡалған 70 проценты йәшәү рәүешенән, күнегелгән ғәҙәттәрҙән һәм башҡа факторҙарҙан тора.

1. Кәүҙә ауырлығы нормаламы?

Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, янбаш тирәһендәге бер нисә артыҡ килограмдың әллә ни зыяны юҡ. Ә бына май ашҡаҙан тирәһендә туплана икән, йөрәк өйәнәге, гипертония һәм инсульт кеүек сирҙәр менән ауырыу хәүефе көсәйә. Һирәкләп кенә шоколад, бәлеш ашауҙың бер ниндәй ҡурҡынысы ла юҡ, тик сама белергә кәрәк. Шулай уҡ дөрөҫ туҡланмау ҙа – ғүмерҙең ҡыҫҡарыуына йоғонто яһаусы сәбәптәрҙең береһе.

2. Шәп атларға өйрәнегеҙ

Көн һайын шәп итеп атлап саф һауала йөрөү ҡан әйләнешен яҡшырта, йөрәкте нығыта.

3. Үҙһүҙлелектең дә файҙаһы бар икән…

Италияның көньяғында Чиленто тип аталған төбәк бар. Ундағы халыҡтың оҙаҡ йәшәүе билдәле. Ғалимдар асыҡлауынса, был халыҡ әллә ни әүҙем тормош та алып бармай, туҡланыуға ла әһәмиәт бирмәй. Тик­шеренеүселәр фекеренсә, улар үҙһүҙлелеге һәм хеҙмәт һөйөүсәнлеге менән генә айырыла. Был халыҡты яҡшы белгән һәр кем бер һүҙҙән уларҙы әйткәненән бер нисек тә кире ҡайтартып булмаясағын раҫлай.

4. Дуҫтарығыҙ күп булһын

Дуҫтары күп булған ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет һау-сәләмәт булыуы, әүҙем тормош алып барыуы һәм оҙаҡ йәшәүе менән айырылып тора.

5. Йәмғиәттең әүҙем ағзаһымы?

Мохтаж кешеләргә ярҙам итеү үҙеңде яҡшы физик формала тоторға һәм зиһен теүәллеген һаҡларға ярҙам итә.

6. Йоҡларға яратыусылар

Көндөҙ бер аҙ йоҡлап алыу нервыларҙы тынысландырып, үҙеңде формаға килтерергә ярҙам итә.

7. Йәшелсәне күп ашарға

Японияла Окинава утрауы йөҙйәшәрҙәре менән дан тота. Был утрау халҡының диетаһы шуның менән айырыла – һәр кеше, уртаса алғанда, көнөнә бер килограмм йәшелсә ашай.

8. Һәр нәмәгә ыңғай ҡарашта булыу

Ниндәй генә милләттән, ниндәй генә төбәктән булыуына ҡарамаҫтан, оҙаҡ йәшәүселәрҙең бер дөйөм һыҙаты бар: уларҙың барыһы ла оптимист.


Электрон һәм баҫма киң мәғлүмәт саралары материалдарынан.
Читайте нас: