Headhunter аналитиктары рәсәйҙәр араһында төрлө һөнәр буйынса тикшеренеүҙәр үткәргән, респонденттарға бәхеттең 10 баллыҡ шкалаһы буйынса ғәҙел баһа бирергә тәҡдим иткән. Алынған һөҙөмтәләр буйынса, автобизнес өлкәһе хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән офис хеҙмәткәрҙәре иң бәхетһеҙ хеҙмәткәрҙәр — 4,7 һәм 4,4 балл. Иң бәхетлеһе -медицина һәм фармацевтика хеҙмәткәрҙәре (6,1 балл) һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре (5,9 балл).
Шулай уҡ аналитиктар илдең иң бәхетһеҙ төбәктәрен билдәләгән. Улар - Ставрополь һәм Пермь крайҙары — 4,8-әр балл. Ханты-Манси автономиялы округы иң бәхетлеһе булған — 6,3 балл. Өлкән йәштәгеләр (55 йәштән өлкәнерәктәр), 18 йәштән 24 йәшкә тиклемге йәштәргә ҡарағанда, үҙ тормоштарынан күберәк ҡәнәғәт икән.
Ағымдағы йылдың апрелендә Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге Рәсәй халҡының бәхетлерәк булыуын хәбәр итте. Граждандар араһында бәхет дәрәжәһе барлыҡ йылдарға ҡарағанда иң юғары күрһәткескә еткән — 86%. 25-34 йәшкә тиклем (90%) рәсәйҙәр, шулай уҡ матди именлектәрен уртаса йәки уртасанан юғарыраҡ тип баһалаған кешеләр айырыуса оптимист булып сыҡҡан.Башҡортостан гәзитенән.