Ир эшкә китеү менән әсәйемә шылтыратып илай-илай хәлемде һөйләп бирҙем. Ул шунда уҡ килеп мине алып ҡайтып китте. Ирем оҙаҡ ҡына ҡаңғыртып йөрөнө. “Айырылышһаҡ та, аборт эшләт! Ҡыҙ өсөн барыбер алимент түләмәйем!” – тип.
Хәҙер иҫләһәм, ҡотом оса. Нисек кисергәнмендер барыһын да? Күрәһең, Хоҙай Тәғәлә минең ысын мөхәббәтемде юлыма сығарыр өсөн был һынауҙарҙы биргәндер. Ҡыҙыма ике йәш булғанда ғүмерлек мөхәббәтем менән таныштым. Егет кеше булһа ла, матур итеп туй үткәреп тороп өйләнде миңә. Ҡыҙым уға: “Атай!” – тип өҙөлөп тора. Ә теге бәндә эскелеккә һабышты. Урамда бомж кеүек йөрөй. Үсәмәйем, күрәһең, әшәкелегенең язаһын татыйҙыр.