Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
29 Октябрь 2019, 13:22

ҺИНЕҢ БАШЫҢ ЭШЛӘМӘЙ

Ирем менән айырылыштыҡ. Ул эскән саҡта мине йыш туҡмай торғайны. Биш йәштәге улым менән улар ял көндәрендә осраша. Мин балама чипсы кеүек зыянлы нәмәләрҙе ашатмаҫҡа тырышам. Уның ҡарауы бар тыйылған “тәмлекәстәрҙе” атаһы һатып алып бирә. Шуның өсөн атай һәйбәт, ә әсәй насар килеп сыға. Алиментты йүнләп түләмәһә лә, балаға теләһә нәмә ашатып, миңә ҡаршы ҡоторторға этлеге етә. Үткән йәкшәмбе улым атаһы менән осрашып ҡайтты ла, ямғырҙан һуң бысранған аяҡ кейемен сисмәй ҙә бүлмәһенә үтеп китте. Аптырап артынан барҙым. “Ни өсөн аяҡ кейемеңде сисмәйһең?” – тип һораным. Сөнки бындай хәл булғаны ла юҡ ине! Улымды кескәй сағынан таҙалыҡҡа өйрәттем бит. Балам миңә ҡарамай ғына: “Һинең бит башың эшләмәй”, – тине. Унан: “Шуға күрә атайым һине бөтөнләй тыңламаҫҡа ҡушты”, – тимәһенме.

Бер һүҙ ҙә әйтә алмай сығып киттем дә, туйғансы иланым. Иремдең ауырлы сағымда мине типкесләгәне, улым сабый саҡта туҡмап, һөтөм юғалыуы һ.б. иҫкә килеп төштө. Ни өсөн йәлләнем икән мин уны шул саҡта? Беренсе туҡмауынан һуң шунда уҡ төрмәгә ябырға кәрәк булған. Хәҙер уны-быны аңламаған улымды боҙа бит. Үҙе кеүек йүнһеҙ әҙәм тәрбиәләп маташа. Ул килеп таба алмаҫ ергә күсеп китергә генә ҡала. Баламды ҡотҡарыу өсөн.

Әсмә.

Һаҡмар гәзитенән.
Читайте нас: