Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Октябрь 2019, 19:08

Кем нимә өсөн яуап бирәсәк?

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте яңырҙы. Һеҙҙе яңы тәғәйенләнгән етәкселәр менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Бына улар:

Гөлшат Арыҫланова – ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры;

Максим Забелин – һаулыҡ һаҡлау министры;

Геннадий Разумикин – Башҡортостан Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры;

Руслан Хәбибов – йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры;

Әминә Шафиҡова – мәҙәниәт министры;

Александр Шельдяев – сәнәғәт һәм энергетика министры;

Римма Бойцова – Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе;

Денис Булатов – Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе;

Фәрит Ғүмәров – Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе;

Алексей Гусев – Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе;

Руслан Мирсаяпов – Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе;

Тимур Мөхәмәтйәнов – Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе;

Салауат Нафиҡов – Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе;

Борис Мелкоедов – Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе;

Азат Йыһаншин – Ветеринария идаралығы начальнигы;

Илһам Фәтҡуллин – Архив эштәре идаралығы начальнигы;

Ринат Ғәлимов – Машиналар һәм башҡа төр техниканың техник торошона күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы.


Ҡайһы бер министрҙар һәм рәйестәр әлегә вазифа башҡарыусы статусында йөрөп торасаҡ. Был федераль үҙәк тарафынан раҫланыу процедураһына бәйле. Улар:


Лира Иғтисамова – финанс министры вазифаһын башҡарыусы;

Урал Искәндәров – тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы;

Айбулат Хажин – мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы;

Марат Шәрәфетдинов – урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы,

Марат Әхмәҙуллин – Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы;

Свеляна Бурдюк – Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы;

Владимир Спеле – Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы;

Илдар Шафиҡов – Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы;

Альберт Яримов – Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарыусы.


Радий Хәбиров белдереүенсә, был етәкселәрҙең кандидатуралары федераль органдарҙа раҫланған, тик әлегә рәсми ҡағыҙы юҡ. Документтар килеү менән ваҡытлыса башҡарыусы һүҙе алып ташланасаҡ.
Читайте нас: