Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Октябрь 2019, 13:59

Диабеттан яфаланаһыңмы?

Ҡанда шәкәр күтәрелеүҙең төп сәбәбе – дөрөҫ туҡланмау. Шуға шәкәр диабетынан интегеүселәргә махсус диета билдәләнә. Икенсе типтағы шәкәр диабетын киҫәтергә ярҙам иткән йәшелсәләр ҙә бар.

Кәбеҫтә матдәләр алмашыныуын яҡшырта, күҙәнәктәр регенерацияһын тиҙләтә, ҡандағы шәкәрҙе кәметә, организмды токсиндар һәм шлактарҙан таҙарта. Броколли ҡан тамырҙарын нығыта, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртә, ҡан баҫымын, шәкәрҙе нормаға һала. Сәскәле кәбеҫтә матдәләр алмашыныуын яҡшырта, инсулин синтезын көйләй, эсәк микрофлораһына ыңғай йоғонто яһай.


Ҡабаҡ шәкәрҙе кәметергә, шлактарҙы сығарырға булыша. Ул бауырҙан натрий тоҙҙарын, артыҡ холестеринды сығара. Бешергәндән һуң да уның файҙалы үҙенсәлектәре кәмемәй.


Һуғанда хром күп, ул шәкәрҙе үҙләштерергә булыша.
Читайте нас: