Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Октябрь 2019, 14:00

Банандың үҙ "серҙәре" бар

Бананды бөтә донъяла ҡулланалар, унан төрлө тәмле ашамлыҡтар әҙерләйҙәр. Ҡайһы бер халыҡтар уны беҙҙең һымаҡ ҡына түгел, ә ҡыҙҙырып, ҡабығы менән, йә ҡабыҡһыҙ бешереп ашай.

Ҡайһы бер илдәрҙә банан төп ашамлыҡ булып иҫәпләнә. Мәҫәлән, йылына йән башына Эквадорҙа 73,8 кг, Бурундиҙа 189,4 кг, Самоала 85,0 кг, Комор утрауҙарында 77,8 кг, Филиппинда 40,6 кг тура килә. Рәсәйҙә иһә – 7,29 кг.


Банан – туҡлыҡлы һәм энергетик ҡиммәтле емеш. Унда магний, калий күп. Улар йөрәк-ҡан тамырҙарына, мейегә файҙалы. Тәүлегенә ике банан ашаһаң, организм үҙенә етмәгән элементтар менән тулыланыр. Шулай уҡ был емеш В, К, PP витаминдарына, ретинол, аскорбин кислотаһына бай. Тағы ла унда фосфор, калий, баҡыр, тимер, магний, натрий, кальций, селен микроэлементтары ла бар.


Банан иммунитетты, нервы системаһын, хәтерҙе, күҙ мускулдарын нығыта. Уны йыш ашаһаң, эш һәләте арта. Ҡандың әйләнешен тиҙләтә: кемдеке ҡуйы – улар өсөн бигерәк тә файҙалы. Ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләй. Бананда В6 витамины күп, ә ул яҡшы кәйеф өсөн яуап бирә.


Банандың меңдән ашыу төрө, сорты бар, уларҙың тик алтыһы ғына ашарға яраҡлы.
Читайте нас: