Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Октябрь 2019, 12:13

Сабыйҙарға һөт аҙығын етештереүселәр

Уҙған быуат вәкилдәре менән аралашҡанда уларҙың сабырлығына һәм рухлы булыуҙарына ғәжәпләнеп бөтә алмайым. Күбеһе эшһөйәр һәм ныҡлы түҙемле булыуҙары менән айырыла. Улар иңдәренә бик күп ауырлыҡтар һәм һынауҙар төшә, әммә күбеһе үҙендә көс табып, йәмғиәткә ҙур файҙа килтереүен дауам итә.

Рәйсә Низаметдин ҡыҙы Шәрәфетдинованы (беренсе һүрәттә) яҙмыш бер нисә тапҡыр һынай. Ул 1929 йылдың 25 октябрендә тыуа. Ҡырмыҫҡалы районында Ағиҙел йылғаһынан алыҫ түгел уның тыуған Сәхәй ауылы урынлашҡан. Тәбиғәт унда бик хозур. Алыҫта Урал тауҙары күренә, ә йәнәшәлә генә тсаф һыулы Инйәр йылғаһы аға. Ата-әсәһе был донъянан бик иртә китә, һеңлеһен туғандары үҙҙәренә алып, өйҙә ике өлкән ҡыҙ ҡала. Рәйсә 8 класс тамамлап, колхоз баҫыуында эшләй башлай. Ҡыш етеү менән ағас әҙерләү эшенә һәр йорттан бер кеше алалар. Кисергән ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, әңгәмәсемдең хәтерендә шул ваҡиғалар ныҡ иҫендә ҡалған. Ҡыш буйына улар өсәр тапҡыр ауылды ҡалдырып эшкә китә. Ҡышҡы юлдан 100 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Белорет юлына тиклем йәйәүләп баралар. Үҙҙәре менән санаға картуф тейәп алалар. Уны сиратлап һөйрәйҙәр. Ағас бысалар, тейәйҙәр, әҙерләйҙәр. 15шәр көн эшләйҙәр. Кейәүгә сығыу ғына ауыр эштән ҡотҡара ала. Беренсе ире менән улар өс йыл йәшәй, ошо ваҡыт эсендә ике ҡыҙы тыуа. Әммә уларға бергә булырға насип булмай һәм улар айырылыша. Рәйсә Низаметдин ҡыҙы яҡлаусыһыҙ ҡатын-ҡыҙҙар иҫәбенә инмәй. Ныҡлы ир-ат иңе булмаһа ла, мәктәптә йыйыштырыусы окладына туғандарының ярҙамы менән өй һалып сыға. Ә 1971 йылда күрше ауылда Әсхәтте осрата. Шулай итеп уларҙың өйөндә яҡлаусы һәм ярҙамсы барлыҡҡа килә. Бер йылдан уларҙың ғаиләһе Стәрлебашҡа күсенә.

Бында Рәйсә апай дауаханаға эшкә урынлаша. Тәүҙә отпуск алған санитаркаларҙы алмаштыра, ә һуңынан уны складтың иҫке бинаһында яңы асылған һөт кухняһына саҡыралар. Производствоны эшләтә башлар алдынан складтың иҫке бинаһын әҙерләргә тура килә. Диета буйынса шәфҡәт туташы Сәлимә Ғилманова менән улар күп көс һәм тырышлыҡ һалып, барыһын да тәртипкә килтерә, кәрәкле ҡорамалдар ҡуйып, ике мейес сығара.

Рәйсә апайҙың һәр иртәһе һөт артынан май заводына барыуҙан башлана. Атта ташыйҙар, арба флягалар менән туп-тулы була. Төшкө ашҡа тиклем һөттө ҡайнатып, эремсек, кефир, шәкәр сиробы, ҡаймаҡ, арис әҙерләргә кәрәк була. Төш ваҡытында кескәйҙәре өсөн аҙыҡ-түлек артынан ата-әсәләрҙең ҙур сираты йыйыла. Төрлө ауылдарҙан киләләр, балалар бик күп була, бәләкәй банкалар ҡалмай ҙа тиерлек. Педиатр тәғәйенләүе буйынса бушлай тараталар. 20 йыл эшләү осоронда Рәйсә апай ата-әсәләрҙән һәм етәкселектән тик рәхмәт һүҙҙәре генә ишетә.

Ул хаҡлы ялға сыҡҡас, Фәүзиә Хәбир ҡыҙы Сәлимова (икенсе һүрәттә) Стәрлебаш әсәләрен шатландырыуын дауам итә. Үҙенең тормош юлында ул, унан алда эшләгәндәр кеүек үк, байтаҡ ауырлыҡтар кисерә. Ул сығышы менән Стәрлебаштан, әсәһен иртә юғалта. Үҫмер сағында ағаһының ғаиләһе менән Волгоградҡа китә. Унда Фәүзиә, үҙенең балиғ булыу йәшен билдәләп, трактор заводына эшкә урынлаша. Атаһының үтенесе буйынса йәнә Стәрлебашҡа ҡайта. Тормошҡа сыға, Альберт һәм Амур исемле улдары тыуа. 10 йыл йәшәгәндән һуң тол ҡала. Фәүзиә апай бәләкәй буйлы, нескә ҡатын булһа ла, ике кеше өсөн эшләй. Шуларҙың 20 йылы почтала үтә. Ауылдар һәм филиалдар өсөн ҡул менән посылкаларҙы айыралар. Кистәрен һатыу өсөн шәлдәр бәйләй. Яңы өй һалырға уға апаһы менән еҙнәһе ярҙам итә. Күрһәткән ярҙамдары өсөн уларға бик рәхмәтле ул. Яңы өйҙәренә күскәс уға ла, улдарына ла иң ҙур шатлыҡ була.

Һөт кухняһында санитарка эшен уға Сәлимә Ғилманова тәҡдим итә. Уның тәртибен һәм эшһөйәрлеген белгән диета буйынса шәфҡәт туташы отолмай. Яңы хеҙмәткәр бөтә эште ваҡытында башҡара, өҙөклөктәр булмай. Бинаны, һауыт-һабаны, ҡоролмаларҙы стерилләп тота, санэпидемстанция яғынан шелтәләр алмай. Һөтс продукцияһын стационар сирлеләр өсөн әҙерләй башлай. Дөйөм стаждың ун йылы ошо стеналарҙа үтә.

Яҙмыштары бер-береһенә оҡшаш ике эшһөйәр ҡатын. Быйыл көҙ Рәйсә Шәрәфетдинова 90 йәшлек юбилейын билдәләй, ә Фәүзиә Сәлимоваға 80 йәш тулды. Уларҙың тырышлығы тиҫтәләрсә йылдар бик күп сабыйҙарға әсә һөтөн алмаштырырға һәм кескәйҙәрҙең үлеменә ҡаршы көрәшергә ярҙам итә. Уларҙың түҙемлелеге арҡаһында һөт кухняһы эшләй һәм популяр була ла инде. Улар бер ваҡытта ла эштең күплегенә зарланмай, сөнки уларҙың банкаларын кескәй сабыйҙар көтөүен белә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыт үтеү менән күптәргә шул тиклем кәрәкле һөт кухняһын ябалар. Әммә киләсәктә уны асырҙар тигән өмөт бар, сөнки айырым ҡалаларҙа төбәк Башлығы Р.Ф.Хәбиров бойороғонан һуң, улар эшләй башланы. Ваҡыт үтеү менән уны беҙҙә лә асырҙар тип ышанғы килә.

Рәйлә ТАЙҒОНОВА. Автор фотолары.
Читайте нас: