Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Октябрь 2019, 12:40

Үҙебеҙҙә үҫкән алма файҙалыраҡ

Балалар мәктәптә һәм балалар баҡсаларында туҡланыу өсөн Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлек, үҙебеҙҙә үҫкән йәшелсә, емеш-еләк ҡулланһа, ышаныслыраҡ булыр ине. Ошоно иҫәптә тотоп, Туҡланыу үҙәге предприятиеһы республикала емеш-еләк үҫтереп ҡулланырға йыйына. Тәү сиратта һүҙ алма тураһында бара.

Бының өсөн улар Шишмә районында урынлашҡан алма баҡсаһын тергеҙмәксе. Питомник совет осоронда республикала тәүгеләрҙән булып эшләй башлаған һәм ваҡыт үтеү менән юҡҡа сыҡҡан. Әле көҙ уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, үҫентеләрҙе ултырта башлағандар. Улар ерегеп китһен өсөн бик уңайлы осор тип һанай белгестәр.


“Артабан был алмалар һәм емеш-еләк республиканың белем биреү учреждениеларына витамин йыйылмаһы булараҡ оҙатыласаҡ. Быйыл алма ултыртыу өсөн 11 гектар ер бүленде. Был карлик ағастарҙы үрсетеп, өс йыл эсендә тәүге уңышты алырға була, – ти Туҡланыу үҙәгенең башҡарма директоры Ынйы Әхмәҙуллина. – Беҙ уны үҙебеҙ үҫтергәс, уның сифаты өсөн яуап бирәбеҙ. Емеш-еләкте былай ашарға һәм эсемлектәрҙә ҡулланырға була”.


Был питомникта шулай уҡ ҡарабойҙай, борсаҡ, көнбағыш һәм емештәр үҫә.

Аутсорсинг компанияһы республиканың бер нисә районындағы 300-ҙән ашыу мәктәп һәм балалар баҡсаһын хеҙмәтләндерә. Улар үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлекте ҡулланырға тырыша, 80 проценты – Башҡортостанда етештерелгән. Шишмәләге таратыусы логистик үҙәк уларға ай һайын 130 тонна продукция оҙата.


Бында аҙыҡ-түлектең сифатына үтә яуаплы ҡарайҙар. Штатта ике ветеринар бар, улар бөтә тауарҙы анализ үткәргәс кенә ебәрә.


Фирманың эшен ашханалар өсөн берҙәм меню эшләү еңеләйтә. Хаҡ һәм сифат та идеаль рәүештә бер береһенә тура килә. Был шул иҫәптән үҙ йәшелсә һәм емеш-еләк ҡулланыу арҡаһындала мөмкин булған.


Социаль туҡланыу ассоциацияһы был тәжрибәне башҡа предприятиеларға ла индермәксе.https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/-ebe-k-n-alma-fay-alyra/
Читайте нас: