Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Октябрь 2019, 12:44

Бер күҙ өсөн күпме түләйәсәктәр?

Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокуратураһы "Химремонт" предприятиеһы слесарының күҙһеҙ ҡалыуы буйынса ҡуҙғатылған эш буйынса ҡарар сығарған.

Һөҙөмтәлә йәмғиәт эш урынында зәғифләнгән хеҙмәткәргә 400 мең һум түләргә тейеш.


"Химремонт" предприятиеһы слесары ауыр йәрәхәт ала. Ул ҡоролмаларҙы һыу менән таҙартыу эштәрен башҡарған ваҡытта төҙөк булмаған һығылмалы торба үткәргестән файҙалана. Үкенескә күрә, тимер ҡоролма уның йөҙөнә һуғылып, бер күҙе ауыр йәрәхәтләнә. Меҫкен ир һуҡырая. Хәҙер ул – инвалид.


Тикшереүселәр предприятиела хеҙмәт хәүефһеҙлеге тейешенсә ойошторолмаған, слесарь үҙе лә һаҡлыҡ күрһәтмәгән тигән ҡарар сығарған.


Бәлә аяҡ аҫтында ғына түгел шул: һәр ваҡытта ла һаҡ булайыҡ, иғтибарҙы юғалтмайыҡ.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ber-k-s-n-k-pme-t-l-y-s-kt-r-/
Читайте нас: