Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Октябрь 2019, 12:39

Ҡара мышар: файҙаһы һәм зыяны

Был үҫемлек культураһы Европаға 19-сы быуаттың аҙағында Төньяҡ Американан килтерелгән һәм уның бөтә өлөшөндә лә нығынып киткән.

Энциклопедияла ҡара мышарҙың, йәки миләштең, арония тигән атамаһы ла бар. Тыуған континентында уның файҙалы үҙенсәлектәре тураһында яҡшы белгәндәр, күберәк тире ауырыуҙарын дауалағанда ҡулланғандар. Ә европалар уны тәүҙә матурлыҡ өсөн үҫтергән, тик 20-се быуат урталарында ғына, төрлө тикшереүҙәр үткәрелгәндән һуң, мышарҙың күп сирҙәргә килешеүен асыҡлағандар.


Анығыраҡ әйткәндә, ҡара мышар Р, С, РР, Е, В төркөмө витаминдарына, каротин, бор, тимер, марганец, баҡыр кеүек микроэлементтарға бай. Уның составындағы фруктоза, лактоза организмда еңел үҙләштерелә, шуның өсөн шәкәр диабетынан интеккәндәргә файҙалы. Көнөнә ике-өстө ашаһаң да, мейе эшмәкәрлеген яҡшыртырға, ҡан баҫымын көйләргә, иммун системаһын нығытырға булышлыҡ итә. Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоғандарға, хәлһеҙләнгәндәргә им бирә, бөйөрҙөң эшмәкәрлеген яҡшырта, атеросклероз, ревматизмды дауалай, әселекте кәметә, дизентерия таяҡсаһы һәм алтынһыу стафилококктың үҫеүен тотҡарлай. Емешендәге пектин организмдан ағыулы һәм радиоактив матдәләрҙе сығарыуға булышлыҡ итә.


Шулай уҡ бәүел ҡыуҙырыу һәләте бар, йыуан эсәктең эшен нормалләштерә. Ҡара мышарҙың составында иод күп, шуға боғаҙ биҙе ауырыулы кеше йыш ашаһа, уға ыңғай тәьҫир итә. Ҡара мышарҙың япрағы ла файҙалы, уны сәй итеп эскәндә, бөйөрҙөң эшмәкәрлеген көйләргә мөмкин. Емешенең ҡабығында ҡан тамырҙарын нығыта торған файҙалы матдәләр тупланған.


Ҡара мышарҙың ярамаған осрағы ла бар. Уның составында органик кислоталар булыу сәбәпле, гастрит, ашҡаҙан сирлеләргә,ҡан баҫымы түбән һәм уның ойошоусанлығы юғары булғандарға һаҡлыҡ менән, самалап ҡулланырға кәрәк.


Ҡара мышарҙы сентябрь аҙаҡтарында йыялар. Оҙайлы ҡыш алдынан организмды файҙалы микроэлементтар менән туйындырып ҡалыу өсөн был ваҡыт бик ҡулай.Ҡышҡылыҡҡа уны киптереп тә, туңдырып та һаҡларға мөмкин, ике осраҡта ла файҙалы сифаттарын юғалтмай.https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/ara-myshar-fay-a-y-m-zyyany-/
Читайте нас: