Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Октябрь 2019, 14:27

Сөгөлдөр кеүәҫенең файҙаһы ҙур

Элек-электән Рәсәй халҡы сөгөлдөр кеүәҫе эсергә яратҡан.

Ул һыуһынды ла яҡшы ҡандыра, һаулыҡ өсөн дә бик файҙалы: ҡан баҫымын көйләй, гемоглобинды күтәрә, ҡанды һәм бөтә организмды шлактарҙан таҙартырға булышлыҡ итә. Шулай уҡ ябығырға теләүселәргә диетик эсемлек булараҡ тәҡдим итергә мөмкин. Кеүәҫте эшләүе лә еңел һәм тиҙ.


Беҙгә кәрәк: 700 грамм сөгөлдөр, 3 литр һыу, ике-өс аш ҡалағы шәкәр ҡомо, бер семтем тоҙ, бер-ике киҫәк кипкән ҡара икмәк, бер ус йөҙөм.


Сөгөлдөрҙө эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ йәки йоҡа итеп пластинкалап турайбыҙ. 3 литрлы банкаға һалып, ҡайнап йылымысланған һыуҙы, шәкәр, икмәкте, йөҙөмдө өҫтәйбеҙ ҙә ауыҙын ике ҡатлы марля менән бәйләп, йылы урынға әсетергә ҡуябыҙ. Ваҡыты-ваҡыты менән өҫтөнә йыйылған күбекте алып ташлап торабыҙ.


Ете көндән һыуһынды ҡандырыр сихәтле эсемлек әҙер. Һауыттағыһын эсеп кәметкән һайын, ҡайнап һыуыған һыу өҫтәп торабыҙ. Төҫө һәм тәме бөткәнсе шулай эшләргә мөмкин. Таҙарыныуҙы маҡсат итеп ҡуйғанда, ашарҙан ярты сәғәт алдан эсергә кәрәк. Кеүәҫте шулай уҡ һалҡын ризыҡ әҙерләгәндә лә, борщ бешергәндә лә ҡулланырға мөмкин.

Бер ҙә ҡыйынлығы юҡ, эшләп ҡарағыҙ, файҙаһын күрегеҙ.


Читайте нас: