Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Октябрь 2019, 14:36

Үрнәк күрһәтеп, үҙеңдән башла!

Әгәр һәр саҡ «Ҡартаям! Ауырыйым!» тип ҡабатлап торһаң, шулай була ла. Әйҙәгеҙ, башҡаса эшләп ҡарайыҡ, һөҙөмтәлә, беҙҙең организм сәләмәтлерәк булыр һәм хатта йәшәрер, иң мөһиме, ялҡауланмаҫҡа.

Теләһә ниндәй мауығыу, яратҡан шөғөл, спорт, йәш буйынса сикләүҙәргә ҡарамай, сәләмәтлегең өсөн тейешлеһен табырға, унан күңелең һәм йәнең өсөн ҡәнәғәтлек, көс-ҡеүәт алырға кәрәк. Үҙеңде тейешенсә тотоу өсөн ҡәһүә эсеүҙән тыйылып, һәр көндө сәтләүек ашап ултырыу ғына етмәй. Хәрәкәтләнергә, унан ҡәнәғәтлек алырға, ваҡыт һәм көс етмәй тип зарланмаҫҡа кәрәк. Ҡайһы бер стәрлебаштар сирҙәре тураһында күптән онотҡан, уларға алмашҡа үҙҙәре өсөн яңы мауығыуҙар тапҡан. Бының файҙаһын күреп, улар үҙҙәре артынан эйәрергә саҡыра һәм тәжрибәләре менән уртаҡлаша.

Әлфиә НИЯЗҒОЛОВА, пенсионер. Бар ғүмерен мәктәпкә һәм балаларға бағышлаған. Унда инде тик торорға ваҡыт юҡ! Хаҡлы ялда балыуға ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып барырға тырыша, буш ваҡытын һәм минутын үҙе өсөн файҙалы үткәрергә ынтыла. «Бассейн асылған көндән алып йөҙөү күнегеүҙәренә йөрөйөм. Сәләмәтлекте һаҡлау өсөн быны бик һәйбәт мөмкинлек тип иҫәпләйем, сөнки бындай бассейн менән хатта һәр ҡала ла маҡтана алмай. Физик хәрәкәтләнеү һәр кешегә кәрәк, ялҡауланырға, төрлө сәбәптәр эҙләргә кәрәкмәй. Минең үҙем өсөн йөҙөү сынығырға, быуындарҙы нығытырға ярҙам итә, унда йөрөүҙән ҙур ҡәнәғәтлек алам! Спорт-сәләмәтләндереү комплексынан сыҡҡанда тормош иптәшем, дуҫтарым һәм әхирәттәрем менән бергә һәр ваҡыт кәйефтең күтәренке, үҙебеҙгә рәхәт булыуына иғтибар итәм. Дивандан тороғоҙ, балаларығыҙҙы алып килегеҙ һәм йөҙә башлағыҙ. Сөнки был берләштерә һәм шул тиклем шатлыҡ бүләк итә!» - тип уртаҡлашты Әлфиә Тәлғәт ҡыҙы.

Ринат ХӨСӘЙЕНОВ, күп балалы атай. Тормош иптәше Евгения менән улар өс ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Был бына тигән ғаилә башлығы балаларына спорттың күп төрөн үҙләштерергә ярҙам итеп кенә ҡалмай, үҙе лә уларға ҡушылған. Күптән түгел генә «Батыр» көрәшселәр клубына йөрөй башлаған. Арҡаһы ауыртыу уны бында алып килгән. Ринат үҙе өсөн күп төрлө көрәш донъяһын асҡан, был уға умыртҡа һөйәген нығытырға, һығылмалылыҡты үҫтерергә һәм ҡан әйләнешен яҡшыртырға ярҙам итә. Клубта ҡағиҙәләр барыһы өсөн дә бер төрлө, шуға күрә күнегеүҙәрҙе ҡалдырыу ҡәтғи тыйыла. Иң мөһиме йәрәхәтләнеүҙәр булмауын һәм спорт йөкләмәһен тигеҙ бүлеүҙе күҙәтеп торған профессиональ тренер менән эшләйҙәр. Ринат улдары һәм туғандары өсөн үрнәк.

Миҙхәт САҘРИЕВ, пенсионер. Оҙаҡламай ул 65 йәшлек юбилейын билдәләргә йыйына. Уны спорт кейемендә, роликтарҙа, шулай уҡ саңғы таяҡтары менән йәйәү йөрөгәндә осратырға мөмкин.

«Мин элек водитель булып эшләнем. Көндәр буйына руль артында ултырҙым, аҙ хәрәкәтләнеү һуңынан үҙен белгертте, быуындар ауырта башланы. Нисектер бер ваҡыт балаларға саңғы һатып алдым һәм улар менән бергә шыуырға ҡарар иттем. Шул ваҡыттан алып туҡтағаным юҡ! Тын алыуҙары иркенәйҙе, атлауы еңел, эпидемия осоронда киҫкен вируслы инфекцияларҙы һәм грипты еңел үткәрәм. Йәйен ейәнем менән бергә роллерҙа, ҡышын саңғыла йөрөргә сығабыҙ. Үҙем өсөн был мауығыуҙы 58 йәшемдә астым», - тип һөйләй үҙе тураһында Миҙхәт ағай.

Рәшит ХӘТМУЛЛИН, эшҡыуар. Магазиндар хужаһы, маҡсатҡа ынтылыусан кеше булараҡ бик күп эшләй һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара. Уның тығыҙ графигында тормошҡа йәм өҫтәүсе яратҡан шөғөлөнә ваҡыт табыла. Ул күп кенә бейеү конкурстарында еңгән һәм Кубоктар алған. Уның йәшендәге ир-егеттәр өсөн парлап Латин-Америкаһы бейеүен башҡарыу бик матур күренеш!

«Көн дауамында хәлһеҙләнеүемде тоям, әммә бейеү менән шөғөлләнеү генә миңә яңынан көс тупларға ярҙам итә. Аҙнаһына бер нисә тапҡыр «Вдохновение» клубына күнегеүҙәргә йөрөйөм. Бер генә занятиены ла ҡалдырғаным юҡ, һауа шарттары ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, Стәрлетамаҡ ҡалаһына йөрөйөм. Шулай итеп, йәнемә һәм тәнемә сәләмәтлек алам, үҙемде яҡшы тоям. Бейеү - ул тормош!», - уның девизы бына шундай.

Ҡәҙерле гәзит уҡыусы! Һинең иғтибарға дүрт миҫал килтерҙек. Беҙҙең мәҡәлә геройҙары яратҡан шөғөлдәренән ысынлап та ләззәт һәм файҙа ала. Нисә йәштә булыуың мөһим түгел! Кеше ниндәй генә йәштә лә бейей, саңғыла йөрөй, йөҙә, хатта көрәш төрҙәре менән шөғөлләнә ала. Үҙеңдең йәшәү рәүешеңде тап! Скандинавия йөрөүе, велосипед спорты йәки саф һауала оҙаҡ йөрөү һәм башҡа шөғөл булыуы мөмкин. Яңғыҙ йәки бер нисә кеше ҡатнашһа ла һәйбәт. Иң мөһиме, һуңынан үҙеңде бәхетле итеп тойоу өсөн башлап ҡына ебәрергә кәрәк.

Рәйлә ТАЙҒОНОВА.

Читайте нас: