Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Октябрь 2019, 12:45

Бөгөн Өфөгә авиация ярҙамында тәүге пациент килтерелде

Нуриман районынан утыҙ минутта. Вертолет яңы ғына республиканың перинаталь үҙәге ихатаһында барлыҡҡа килгән майҙансыҡҡа ултырҙы.

Осоу аппараты ергә ғәҙәттәгенән күпкә еңелерәк ултыра. Сөнки салонда медицина ярҙамына мохтаж пассажир. Альбина Ғәҙиеваны табиптар Нуриман районының Саруа ауылынан барып ала. Умыртҡа һөйәгендә бүҫере булған ҡатынға ашығыс ярҙам талап ителә. Әммә үҙ яйына дауаханаға килерлек хәле булмай. Альбина ер транспорты көтә. Ярҙамдың һауанан килеүен белгәс аптырашта ҡала.

Альбина Ғәҙиева, пациент: “Һауа транспортында тәүге тапҡыр остом. Һис кенә лә ҡурҡманым. Ауырып киткәс автомобиль булһынмы, вертолетмы барырға кәрәк инде дауаханаға”.

Нуриман районынан баш ҡалаға ашығыс медицина ярҙамы ни бары ярты сәғәт эсендә килеп етте. Автомобиль менән юл йөрөү күпкә оҙағыраҡ. Пациентҡа кисекмәҫтән табип ярҙамы талап ителгәндә авиацияның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Өҫтәүенә, еңел вертолет яғыулыҡты ла күп сарыф итмәй.


Сергей Добров, пилот: “Вертолеттың тиҙлеге автомобилдекенән ике тапҡырға юғары. Сәғәтенә 180 километр менән остоҡ. Һәм юл да бит туранан- тура. Күпкә тиҙерәк килеп сыға. Яғыулыҡты йөҙ саҡырымға утыҙ литр тирәһе сарыф иттек. Вертолет өсөн был күп түгел”.

Шулай ҙа вертолетты һәр пациентҡа ла йөрөтөү мөмкин түгел. Авиация киҫкен хәлдә генә файҙаланыласаҡ. Башлыса пациентты түгел, ә һирәк һөнәрле һаналған табипты урынға алып барыу өсөн. Шуға әлегә вертолет та ябай ғына.

Тулыһынса медицина өсөн ҡулайлаштырылған вертолет һатып алыу тураһында һөйләшелгән дә инде. Башҡортостан өсөн ике осоу ҡоролмаһы алынасаҡ. Техниканы осоу компанияһы һатып алһа, ә төбәк бюджеты уны файҙаланған өсөн генә түләйәсәк.

Ҡайтанан тергеҙелгән санитар авиацияның тәүге пациенты баш ҡала дауаханаһына оҙатылды. Уның ауырыуы менән хәҙер ерҙә көрәшәсәктәр. Ә вертолет сираттағы саҡырыуҙы көтөргә аэродромға юлланды.

Республика яңылыҡтарынан.
Читайте нас: