“Мейе эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн тәүге сиратта һыу кәрәк. Беҙҙең организм – 60-85, ә баш мейеһе 90 процент һыуҙан тора. Шуның өсөн һыу етешмәүе иң беренсе булып мейе эшмәкәрлегендә сағыла”, – ти диетолог.
Мейе яҡшы эшләһен өсөн ҡан әйләнешенең нормала булыуы кәрәк. Ә бының өсөн ҡан тамырҙарының сәләмәтлеге мөһим. Уларҙы омега-3 майлы кислоталары менән туҡландырып торорға кәрәк. Был файҙалы элементтар балыҡтың майлы сорттарында, үҫемлек майҙарында, сәтләүектәрҙә бар.
Быларҙан тыш, баш мейеһендәге ҡан әйләнешен С витамины һәм натрий, магний, цинк, тимер, йод яҡшырта. Ә улар йәшелсә һәм еләк-емештә күп.
Диетолог кешеләрҙең туҡланыу рационында ит менән һөт тә файҙалы тип белдерә.