Аяҡ-ҡулдарҙы йыуып, үҫемлек майы, йә крем алып, иркенләп һөйәлеп, диванғамы, иҙәнгәме йәйелеп ултырып, табанығыҙҙы ҡулығыҙға алығыҙ. Табанда "умыртҡаны" табығыҙ. Үксә менән баш бармаҡ араһы умыртҡа һөйәге проекцияһы. Бармаҡтар менән ныҡ итеп баҫып, үксәнән бармаҡтар яғына һыҙатты һылап-һыйпарға. Умыртҡа һөйәгенең ҡайһы тирәһендә ауыртыу бар, шуны табанда ла һиҙәсәкһегеҙ. Көнөнә бер нисә тапҡыр ана шулайтып массаж яһай торғас, умыртҡағыҙҙы һауыҡтырыуға ҙур өлөш индерәсәкһегеҙ. Тотошлай табанығыҙға массаж яһау ҙа тик файҙаға ғына.