Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
8 Октябрь 2019, 14:45

Республиканың тәүге шифаханаһына – 95 йыл

«Красноусол» шифаханаһында йылына ғына егерме меңдән ашыу кеше ял итә. Уларҙың күпселек өлөшөн сит илдән килеүселәр тәшкил итә. Ҡаҙағстан менән ғафуриҙар мәҫәлән, күптән инде хеҙмәттәшлек булдырған.

Ғафури районы «Красноусол» шифаханаһының юбилей саралары сиктәрендә медицина белгестәре ҡатнашлығындағы төбәк-ара конференция ойошторолдо. Сарала шифахана-курорт дауаланыуын алыуҙағы һорауҙар күтәрелде.

Сәхнәлә республика шифаханаһы үҫешенә тос өлөш индереүселәр тәбрикләнә. Улар төрлө тармаҡ белгестәре. Араларында хеҙмәтләндереүсе персонал, медицина хеҙмәткәрҙәре лә бар. Уларҙың киң яҡлы эшмәкәрлеге Башҡортостан ведомстволарының Почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаттары менән баһаланды. Өс кешегә һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы исеме тапшырылды.
Республиканың беренсе шифаханаһы әле лә үҫеш юлында тип әйтергә кәрәк. Юбилей йылы уңайынан рәсми асылған бизнес-үҙәге заман менән бергә атлауҙың бер аҙымы булып тора.
Ошо уңайҙан Республика һәм Рәсәй төбәктәренең медицина белгестәре ҡатнашлығындағы төбәк-ара конференция үтте. Сарала ҡатнашыусылар шифахана-курорт дауаланыуы алыуҙағы көнүҙәк һорауҙар менән сығыш яһаны.

Республика курорттары араһында «Красноусол» шифаханаһы майҙаны буйынса иң ҙурҙарҙан һанала. Ял итергә, йә һаулығын нығытырға килгән халыҡҡа медицина белгестәре һауыҡтырыу программаһының тиҫтәләрсә төрөн тәҡдим итә. Был йәһәттән йыһангирҙарҙың Ғафури ерлеген һайлауы ла осраҡлы түгел. Шифахана 95 йыллыҡ тарихы осоронда күп тапҡырҙар алтын миҙал менән бүләкләнә. Был эштең һөҙөмтәле булыуына ишара.

Республика яңылыҡтарынан.
Читайте нас: