Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Октябрь 2019, 12:43

Аяҡтарығыҙ таламы?

Көнө буйы баҫып эшләгән кешеләрҙең кискә табан аяҡтары арый, ауырта башлай. Арығанлыҡ тойғоһон бөтөрөү, ҡан тамырҙары киңәйеүҙән һаҡланыу өсөн ошо бер нисә күнегеү тәҡдим итәбеҙ.

* Үксәгеҙ бер сантиметрға ғына күтәрелерлек итеп аяҡ остарына баҫығыҙ ҙа кинәт төшөрөгөҙ. Егерме тапҡыр шулай эшләгәс, ун секунд ял итеп алып, күнегеүҙе тағы бер ҡабатлағыҙ.


* Ултырған килеш аяҡ табандарығыҙ менән 10-15 тапҡыр әйләнмәле хәрәкәттәр яһағыҙ.


* Аяҡ бармаҡтарын булдыра алған тиклем аҫҡа табан бөгөгөҙ, унан һуң кинәт кенә турайтығыҙ.


* Өйгә ҡайтҡас, бик арыған булһағыҙ, ун минутлап аяҡтарығыҙҙы өҫкә күтәреп ятып торорға кәрәк.


* Үләндәр һалынған йылымыс ванна ла арығанлыҡты баҫа.
Читайте нас: