“Яман шештәргә бәйле ҡатмарлы һәм хәүефле ауырыуҙар, онкология ауырыуҙарының таралыуы бөгөн бөтә кешелек өсөн проблема, - тине Путин. – Уны хәл итер өсөн иң яҡшы клиник практикалар менән уртаҡлашыуға, стандарт булмаған саралар эҙләүгә, һанлы һәм ядро технологиялары мөмкинлектәре интеграцияһына йүнәлтелгән киң халыҡ-ара кооперация кәрәк”.
Президент шулай уҡ онкология ауырыуҙарын һөҙөмтәле дауалау илебеҙҙең һалыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүҙә өҫтөнлөклө йүнәлеш булыуын да билдәләне.
Путин табиптарҙың, фәнни, мәғариф берләшмәләрҙең тығыҙ хеҙмәттәшлеге онкология ауырыуҙарының таралыуы, асыҡланыуы, профилактикаһы менән бәйле проблемаларҙы хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк тигән ышанысын белдерҙе.