Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Сентябрь 2019, 18:39

Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Көҙгө һалҡындар башланыу менән төрлө ауырыу ҙа көсәйә. Улар бигерәк тә иммунитеты насар булған кешеләрҙе һағалап ҡына тора: йә һалҡын тейеп бара, йә инфекция эләгә. Нисек итеп уларҙан һаҡланырға һуң?

Иммунитетты нығытыу өсөн

Был рецепт көҙгө һәм ҡышҡы һалҡында төрлө ауырыуҙан һаҡланырға яр­ҙам итер. Уны әҙерләү өсөн 150 г бал, 200 – 300 г ҡабаҡ, бер лайм, ике лимон һәм бер имбирь, 150 г шәкәр һәм ун минут ваҡыт етә. Лимон менән лаймды ҡайнар һыу менән бешекләп алырға. Лайм булмаған осраҡта, лимон да ярай. Ҡабаҡ менән имбирҙең ҡабығын таҙар­тып, ваҡлап турарға, һу­ңынан блендер менән иҙергә кәрәк. Лимон менән лаймдың һөйәктәрен алып, ҡабығы менән бергә турарға. Һуңынан барыһын бер һауытҡа һалып, бал менән шәкәр өҫтәргә лә блендер менән яҡшы итеп иҙергә. Әҙер булғас, ҡат­нашманы һалҡын урында һаҡларға кәрәк. Һыуытҡыста оҙаҡ ҡына ваҡыт ултырһа ла, бер нәмә лә булмай.

Был шифалы һәм тәмле дарыуҙы сәйгә ҡушып эсергә, ҡоймаҡ, печеньеға һылап ашарға ла мөмкин.


Ауырыу башланғанда

Тамаҡ ауыртып торғанда йылымыс һыуға бөтнөк үләне, бер лимон һутын ҡушып әҙерләнгән эсемлек ярҙам итә;

Ҡоро йүтәл йонсотҡанда йүкә сәскәһен термоста ҡай­нар һыуҙа 3–4 сәғәт төнәтеп эсергә:

Тымауҙан һуған һуты, алоэ һутын ҡушып, 1:1 нис­бәтендә һыу өҫтәп танауға тамыҙырға;

Һалҡын тейгәндә мөмкин тиклем күберәк һыу эсегеҙ. Йылантамыр үләне менән лимон ҡушып сәй әҙерләргә мөмкин. Шулай уҡ ҡайнатма тураһында ла онотмағыҙ! Мәҫәлән, температураны бик яҡшы төшөрөү сараһы – ҡурай еләге ҡайнатмаһы.
Читайте нас в