Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Сентябрь 2019, 11:45

Тиҙ ҡартаймайым тиһәң...

Диетологтар фекеренсә, кешене ниндәй аҙыҡ-түлек ваҡытынан алда ҡартайта?

Йәш, матур булып һаҡланыуҙың тәү сиратта кешенең нәҫеленә, экологияға һәм үҙеңде тәрбиәләүгә бәйле икәнлеген берәү ҙә инҡар итмәй. Әммә аҙыҡ-түлек рационы ла ҙур роль уйнай.

Мәҫәлән, маргарин ҡушып бешерелгән кондитер изделиеларын яратҡандар йәшлеге менән иртәрәк хушлаша. Бынан тыш, спиртлы эсемлектәр, ҡәһүә лә организм өсөн зарарлы. Улар бит төҫөн насарайта. Өҫтәүенә һырҙарҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә.

Тоҙҙо күп ашау ҙа яҡшыға килтермәй. Уны ла нормаһын белеп кенә файҙаланырға кәрәк. Бына ошо ябай ғына кәңәштәр йәшлек дәртен, матурлығын оҙағыраҡ һаҡларға булышлыҡ итмәй ҡалмаҫ.

"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: