Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Сентябрь 2019, 12:00

Йүтәлдән ылыҫлы бал

Әлеге иҫ киткес шифалы ҡатнашма йүтәл, бронхит, трахеит һәм башҡа төрлө һалҡын тейеү ауырыуҙары булғанда ҡулланыла.

1 өлөш ҡарағай бөрөһөн йыуып, эмаль һауытҡа һалалар. 3 өлөш һалҡын һыу өҫтәп, кәстрүлдең ҡапҡасын ябып ҡайнаталар.

Төнәтмә тәүге күләмдә булырлыҡ итеп һыу өҫтәйҙәр. Һыуығас, һөҙөп, 1 өлөш төнәтмәгә 2 өлөш шәкәр өҫтәйҙәр һәм тағы ла ҡайнатып алалар. Тик болғап торорға кәрәк.


Ҡайнатманы көнөнә 3 мәртәбә 1 ҡалаҡ ҡабул итәләр. Артынса эҫе сәй эсергә кәрәк.


Дауаланыу курсы 3-4 ай, йылына 3-4 тапҡыр ҡабатлайҙар. Ылыҫлы бал нерв системаһын нығыта, организмдың йоғошло аурыуҙарға ҡаршы тороу көсөн арттыра.
Читайте нас: