Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Сентябрь 2019, 11:58

Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

Баш әйләнеү ауырыу түгел, ә температура күтәрелеүе, баш ауыртыуы кеүек, уның билдәләренең береһе генә. Ҡайһы бер осраҡта ул ҡыҫҡа ваҡытлы ғына була һәм артыҡ хәүефле лә түгел. Ҡайһы саҡта инде ҡурҡыныс ауырыуҙың билдәһе булыуы ихтимал. Үҙ хәлеңде нисек асыҡларға һәм баш әйләнеүҙән нисек ҡотолорға?

Ялған хәүеф
Йыш ҡына баш әйләнеүе каруселдә өйөрөлгәндән һуң һәм автомобилдә йөрөгәндә һелкенеүҙән барлыҡҡа килә. Бында беҙ күргән әйбер менән вестибуляр аппараттың уны ҡабул итеүенең тура килмәүе ғәйепле. Мейе бер үк ваҡытта ике сигналды ла эшкәртә һәм буталыш килеп сыға. Бындай хәл һыу транспорты менән бәйле булғанда, “диңгеҙ ауырыуы” тип атала. Кемдәрҙәлер ул нығыраҡ беленә, ә икенселәрҙә – әҙерәк. Әйткәндәй, уның иң билдәле ҡор­бандарының береһе легендар адмирал Нельсон була.
Әгәр ҙә бейеклектән баш әйләнә икән, был да артыҡ ҡурҡыныс түгел. Алыҫҡа оҙағыраҡ ҡарап торғандан һуң ҡарашты яҡындағы әйберҙәргә күсереүе ауыр була.


Мейенең тигеҙлекте һаҡлау өсөн яуап биргән өлөштәренә ҡан насарыраҡ барған осраҡта ла баш әйләнеүе ихтимал. Ғөмүмән, баш әйләнеүгә ауырыу ғына ла сәбәпсе булмауы мөмкин. Әйтәйек, ҡапыл башты бороу йә иһә артҡа ташлап ебәреүҙән дә баш әйләнеп китеүе мөмкин. Әгәр ҙә ашарға онотһағыҙ йә иһә диетала ултырһағыҙ, ҡанда глюкоза етмәгәнлектән дә әйләнә.


Дауаланырға ваҡыт
Ә инде даими рәүештә баш әйләнеүе күҙәтелһә, был саҡта патологик баш әйләнеү тураһында һүҙ бара. Йәғни ул ниндәйҙер ауырыуҙың билдәһе тигән һүҙ. Мәҫәлән, вестибуляр аппараттың ауырыуы йыш ҡына баш әйләнеүҙең сәбәпсеһе була. Быны ысын баш әйләнеү, тиҙәр. Был осраҡта яныңдағы бөтә әйбер һинең менән бергә әйләнгән кеүек тойола. Шулай уҡ күңел болғаныуы, ҡоҫто­роуы, һалҡын тир бәреп сығыуы ихтимал. Ул ҡолаҡтың эренләп шешеүе кеүек ҡарап тороуға артыҡ ҡурҡыныс та булмаған ауырыу нигеҙендә барлыҡҡа килеүе бар. Был осраҡта ҡолаҡ та ауырта.


Нимә эшләргә?
Әгәр ҙә кинәт кенә башығыҙ әй­ләнеп китһә, ултырғысҡа ултырығыҙ, иң яҡшыһы ятығыҙ. Баш менән яурындар бер кимәлдә булғанда, мейегә ҡан да яҡшыраҡ барасаҡ. Күҙҙәрегеҙҙе йомоп торһағыҙ ҙа була. Әгәр ҙә ул оҙаҡ ҡына үтмәй торһа, ҡабатланһа, неврологҡа күренергә кәрәк.


Читайте нас в