Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
20 Сентябрь 2019, 11:38

Йәнә һаулыҡ һаҡлау тураһында

Шаршамбы көндө районда Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ведомство-ара кәңәшмәһе үтте. Уның эшендә медицина эшмәкәрлеген лицензиялау һәм ведомство контроле бүлеге начальнигы Э.Р.Тахутдинова, «БР буйынса баш медик-социаль экспретиза бюроһы» федераль ҡаҙна учреждениеһы етәксеһе урынбаҫары Р.М.Баҡыева ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Министрлыҡ вәкилдәре һәм төрлө профилдәр буйынса штаттан тыш белгестәр эште район хакимиәте башлығы Р.К.Рахманғолов, баш табип И.И.Яппаров менән Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһын ҡарап сығыуҙан башланы.

Сарала ҡатнашыусылар медицина ярҙамы күрһәтеү шарттары менән танышты, өлкәндәр һәм балалар поликлиникаһында табиптарға инергә сиратта торған пациенттар менән әңгәмәләште. Үҙәк район дауахананың баш табибы Илшат Яппаров ҡунаҡтарға стационар шарттарҙы, медицина ҡорамалдарын, сирлеләрҙе күсереп йөрөтөү навигацияһын һәм логистикаһын, операция блогы һәм анестезиология-реанимация палатаһы торошон күрһәтте. Уларҙы ҡараған ваҡытта кадрҙарға ҡытлыҡ, медицина ҡорамалдарының иҫкергәнлеге һәм ФАПтарҙың эше кеүек төрлө мәсьәләләр тураһында әңгәмәләштеләр.

Ҡәҙерле ҡунаҡтарҙың килеү маҡсаты - ведомство-ара кәңәшмә үткәреү ине, уға Стәрлетамаҡ һәм Күмертау медицина округтары дауаханаларының баш табиптары һәм кардиология, неврология, офтальмология өлкәләрендәгә штаттан тыш белгестәр саҡырылды. Кәңәшмә барышында кире күрһәткестәрҙең үҫеүе, беренсел инвалидлыҡты биреү проблемалары, кире күренеш булып торған демографик хәл, халыҡ сәләмәтлеген һаҡлау мәсьәләләре тикшерелде.

Рәйлә ТАЙҒОНОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: