Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
20 Сентябрь 2019, 08:52

Ҡартайыуҙы туҡтата торған емеш табылған

Ҡытай ғалимдары «архат» тигән емештең организмда ҡартайыу процесын яйлатыуын асыҡлаған. Улар сысҡандарҙа тикшеренеүҙәр үткәргән: 10 ай буйы ашау рационына тап ошо емеште ҡушҡандар.

Ысынлап та, был кимереүселәрҙә ҡартайыу процесы туҡтаған. Баҡтиһәң, архат арҡа мейеһенә ыңғай тәьҫир итә һәм бының менән ҡан күҙәнәктәренең яңырыуына булышлыҡ итә, тип белдерә ғалимдар.

Архат - күп йыллыҡ лиана үләне емеше. Башлыса Ҡытайҙа һәм Таиландта үҫә, ҡабаҡлылар төркөмөнә ҡарай. Ул беҙҙең шәкәрҙән 300 тапҡырға татлыраҡ. Шуға ҡарамаҫтан, Ҡытай медицинаһында уны диабетҡа һәм һимереүгә ҡаршы ҡулланалар һәм түбән калориялы тәмләткес тә яһайҙар. Был емеш кешегә лә шулай уҡ тәьҫир итһә, киләсәктә, бәлки, ғүмерҙе күпкә оҙонайтырға мөмкин булыр, тип иҫәпләй ғалимдар. Ваҡыт күрһәтер.
Читайте нас: