Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Сентябрь 2019, 13:28

Ҡауаҡҡа ҡаршы

- 1,5 ҡалаҡ кефирға шул уҡ күләмдә араҡы һәм бер йомортҡа ҡушып бутарға. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы көн аша баш тиреһенә һөртөргә.

- 4 лимон ҡабығын бер литр һыуҙа 15 минут бешерергә. Ошо төнәтмә менән аҙнаһына бер тапҡыр сәстәрҙе сайҡатырға.


- Бер-ике йомортҡаны күперткәнсе туҡырға һәм шуның менән башты йыуырға. Һуңынан баш тиреһенә бал һөртөргә һәм бер сәғәттән һуң һабынһыҙ ғына йыуып алырға.


- Ҙур булмаған башлы һуғанды ҡырғыстан үткәрергә. Шуны күп ҡатлы марляға төрөп, һутын баш тиреһенә һөртөргә. Бер нисә процедуранан һуң ҡысыуы ла туҡтай, ҡауаҡ та бөтә.


- Үтә майлы ҡауаҡты дауалау өсөн баш тиреһенә бер үк күләмдә алынған бал, алоэ һәм лимон һуты, кастор майы һөртөргә. Бер-ике һарымһаҡ бүлкәте ҡушырға ла була.
Читайте нас: