Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Сентябрь 2019, 13:42

“Аяҡтарым ауырта, әсәй…”

Был һүҙҙәрҙе балалар әйткән ваҡытта ҡайһы берҙә, бәлки, ниндәйҙер етди ауырыуҙың сигналы булырға мөмкин, тип уйлап та бөтөрмәйбеҙ. Арығандыр, үҫәлер, күп уйнағандыр... Ә был ғәзиздәребеҙҙе бала саҡтан уҡ инвалид хәлендә ҡалдырырға ихтимал быуын һәм башҡа инфекциялы сирҙәрҙең башланыуына ишара булыуы мөмкин.

“Һеҙҙе коляска көтә, тинеләр...”


Бала саҡта йүгереп, һикереп уйнап көн үтә. Был – бик ҙур бәхет. Ошонан да ҙурыраҡ ҡыуаныс юҡтыр бала өсөн. Ләкин бөгөн бынан мәхрүм булып, бүтән балаларҙың рәхәтләнеп уйнағандарына күҙе ҡыҙып, тәҙрәнән ҡарап йә урамда инвалид коляскаларында ултырып күҙәткән балалар һанының арта барыуы хәүефләндерә. Әлбиттә, тыумыштан, ниндәйҙер бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында ундай хәлгә ҡалған сабыйҙар тураһын­да ғына һүҙ бармай. Ололарҙың ва­йымһыҙлығы, көндәлек мәшәҡәттәр арҡаһында ошо хәлгә төшкән балалар яҙмышы әсендерә. Түбәндәге геройҙарҙың тарихы, бәлки, кемгәлер ғибрәт булыр, ҡайһы берәүҙәрҙе яҡындарын бәхетһеҙ яҙмышҡа дусар итеүҙән һаҡлап алып ҡалыр.


Гөлназ исемле ханым балаһы менән шифаханаларҙа ятып, бик күп дауа алып, бер ниндәй файҙа күрмәйенсә, минең янға килде. “Инвалид коляскаһына ултырасаҡ, тинеләр. Баламды ошондай яҙмыш өсөн таптыммы? Ул бит бер ниндәй сирһеҙ тыуҙы. Ҡайҙан килеп сыҡты был ҡәһәр һуҡҡыр артрит? Ҡулдары ҡәләм дә, ҡалаҡ та тота алмай йүнләп. Хәҙер урамға сығыу ҙа бөтөп бара. Атлай алмай, һыҙлана. Етмәһә, “красная волчанка” ауырыуын таптылар. Уныһы ремиссия хә­лендә, һәр ваҡыт дарыу эсергә тинеләр. Әле күҙҙәре насар күрә башлаған, һуҡырайыу ихтималлығы бар, тине белгестәр. Быныһы – көслө уколдарҙың, дарыуҙарҙың касафаты. Ҡарағыҙ, ҡул­дары, аяҡтары ҡабарып тора. Шешме, һыумы? Үҙем ауырыһам, был хәтлем йө­рәккә үтмәҫ ине... Төн буйы йоҡо юҡ. Һыҙ­лана, һаташа балам. Хәтере лә наса­райҙы, дүрт йәшендә дүрт юллыҡ шиғыр ҙа ятлай алмайбыҙ. Үҙ аяҡтарында йүгереп йөрөргә тейешле баланы күтәреп йөрөт инде. Нимә эшләргә? Ҡайҙа дауалап була икән?” – тине әсә, күҙ йәштәренә төйөлөп.


Әле яңыраҡ ҡына тулы курс дауа алып ҡайтыуҙары, анализдарҙың яҡшы яҡҡа үҙгәрмәүе, бындай саҡта һуңғы сараға – химия терапияһына ишара яһауҙары билдәле булды. Замана ахыры ошолор, тим, бындай саҡта. Минең янға аптырап килгән был әсәйҙең хәле аяныс ине. Ике балаһын ҙур өмөт бағлап тапҡаны, уларға бары тик аҡ бәхеттәр генә теләгәне күренеп тора. Һәм бына ниндәй ауыр хәл...


Шуныһы мөһим: әсәйҙең “ҡайҙа яңы­лыштым?” тигән һорауға яуап табырға теләүе ҡыуаныслы ине. Тимәк, хатаны ҡайҙандыр ситтән эҙләмәй, кемделер ғәйепләмәй, үҙендә лә барҙыр, тип уйлана. Шул ғәйептәрҙе табып төҙәтһәк, хәл, бәлки, ыңғай яҡҡа үҙгәреп тә китер...


Ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң был аяуһыҙ, баланы ғына түгел, ололарҙы ла аяҡтан йыға торған сир? Нисек тәнгә килеп ингән, ниндәй сәбәптәр этәргес булған, тип уйланырға мотлаҡ кәрәк был осраҡта.


Иң тәүҙә баланың туҡланыуын тикшерә башланыҡ. Нисек кенә ҡыҙыҡ яңғы­рамаһын, минеңсә, бала – объект ул. Уны төҙөүҙә ниндәй материал ҡулла­набыҙ, шундай бина килеп сыға. Төҙөлөш материалы – ризыҡ. Әгәр ҙә эшселәр бинаны насар материал ҡулланып төҙөһә, был осраҡта бары сифатһыҙ, бер көн емерелеп төшәсәк бина һалына. Бала менән дә шулай. Тимәк, уның һаулығы ризыҡҡа туранан-тура бәйле.


Әлинәнең туҡланыуы, ғөмүмән, дөрөҫ түгел ине. Был баланың бик күп ҡамыр ризығы ашарға әүәҫ булыуы, сәй эскәндә, бүтән ваҡытта ла печеньены, кәнфитте ауыҙҙан өҙмәүе билдәле булды. Ауыл­ға өләсәһе янына аҙна һайын ҡайталар, унда уларҙы ит бәлеше, бөйөрөк, манты көтә, сәй янына шул уҡ печенье, кәнфит ҡуйыла. Юлда Әлинәнең күп осраҡта ҡоҫоп ҡайтыуы билдәле булды. Ә икен­се өләсәһе фармацевт икән. Сөскөрһә лә, йүткерһә лә, танауы һуламаһа ла, дарыу, аэрозолдәр һәм башҡа дарыухана “ниғмәттәре” “һә” тигәнсә килеп етә, имеш. Шкаф тулы дарыу, тине әсәһе. Аталары һыра эсергә ярата икән, көн дә эштән ҡайтҡанда чипсы, “кириешки” алып ҡайта. Балалар ҙа бергә ултырып ашай...


Бына шундай тормош. Ҡыҫҡаһы, тапҡан аҡсаларына балалар өсөн ағыу, сир һатып алып ятыуҙары билдәле булды. Яратҡан ейәнсәрҙәре өсөн өҙгөләнеп торған өләсәйҙәр ҙә, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, балаларҙың сәләмәтлегенә аяҡ сала, сөнки Әлинә инде тура ерҙән барғанда ла көскә, эләгә-тәгәрәй атлай. Нисек тура атлаһын, уның быуындарын нығыта торған ризыҡ ҡулланылмай бит. Ә быуындарҙың төҙөлөшө дөрөҫ булһын өсөн, Менделеев таблицаһында булған бөтә элементтар кәрәк. Ҡамыр, печенье, кәнфиттә улар юҡ. Унан һуң Гөлназдың ике йәшлек малайының да йыш ауырыуы билдәле булды. Былай барһа, ике баланың да инвалид коляскаһына ултырыу ҡурҡынысы бар.


Нимә эшләргә була?


Дауаланыу юлына баҫҡас, балаға тейешле “төҙөлөш материалын” – ризыҡты тулыһынса үҙгәртергә, бары тик сифатлы һәм балаға кәрәклегә генә үҙгәрттек: йәшелсә, емеш-еләк, үҙҙәре һыҡҡан һуттар, сәтләүектәр, салаттар, үҫемлек майҙары, йәшелсә аштары, өйҙә бешкән шәкәрһеҙ печенье, ауыл ҡатығынан йогурттар, бытбылдыҡ йомортҡаһы, быуҙа бешкән балыҡ, бутҡалар индерҙек. Бигерәк тә ҡарабойҙай бутҡаһы файҙалы. Таба алһалар, кәзә йә йылҡы ҡымыҙын тәҡдим иттем. Үлән сәйҙәрен дә эсергә кәрәк.


Өләсәйҙәр менән дә ҡәтғи һөйләшеү булды. Көслө антибиотиктар ярҙам итмәгән, тимәк, уларҙы бүтән эсмәйбеҙ һәм яһамайбыҙ.


Туҡланыуҙы үҙгәртеү үҙенең һөҙөмтә­ләрен тиҙ күрһәтте. Әлинә икешәр-өсәр көн эсе ҡатып, бәҙрәфкә йөрөмәй торған булған, ә хәҙер көнөнә икешәр-өсәр тапҡыр ҙа бара башланы. Баланың эсе ҡатып бер көн бәҙрәфкә сыҡмаһа ла, беҙ хәүефләнергә тейеш. Эс ҡатыу паразиттар, бактериялар, инфекциялар үрсеү өсөн уңайлы шарттар ғына тыуҙырып ҡалмай, ашаған ризыҡты ла тейешле үҙләштерергә бирмәй. Ә паразиттар организмдың теләһә ҡайһы өлөшөнә инеп, быуын сире лә, яман шеш тә, диабет та, инсульт та килтереп сығарыуы ихтимал.


Аяҡтарҙың һыҙланыуын баҫыр, уларҙа барған елһенеүҙе бөтөрөр өсөн беҙ таҙа кәрәсин ҡулландыҡ. Сепрәкте манып, быуындарҙы төрәһең дә, 10 – 15 минутҡа полиэтилен япма менән урап, өҫтөнән йылы сепрәк тотаһың. Төрлө бала төрлөсә. Шуға ла ныҡ ҡыҙҙырмайбыҙмы, бешермәйбеҙме тип ҡарап торҙоҡ. Аҙ ғына йылыттымы, алабыҙ. Шулай итеп, көнөнә икешәр тапҡыр иртәле-кисле компресс ҡуйҙыҡ. Мунсанан һуң ярамай, ҡуйып алғас та, ҡояшҡа сығармайбыҙ. Ике-өс сәғәттән һуң ғына тышҡа сығырға ярай. Ҡул быуындарын да шулай дауаланыҡ. Хатта умыртҡа һөйәгенә лә ҡуйҙыҡ. Биш-алты көндән Әлинә тыныслап йоҡлай башланы, урамға сығырға һорай башланы.


Был баланың “красная волчанка” сиренә дусар икәнлеген дә, шулай уҡ организмында стафилококтар барлығын да онотманыҡ. Әлинә кистән әрем төнәтмәһе эсте, ә иртәнсәк уға таҙа (!!!) кәрәсин эсерҙек. Ашауҙан ике сәғәт алда бер сәй ҡалағы һыу, шунан бер сәй ҡалағы кәрәсин эсте. Кәрәсин кешенең эсендәге теләһә ниндәй инфекцияны ла юҡ итерлек көскә эйә. Аллаһ Тәғәлә беҙҙең ошондай көнгә ҡаласаҡты алдан уҡ белеп, хәстәрен күргән, тим мин. Шуға ла Ер аҫтында беҙҙең өсөн файҙалы дауаны әҙерләп ҡуйған. Әйткәндәй, йәшел әстрхан сәтләүегенең кәрәсиндәге төнәтмәһе лә шундай көскә эйә. Ул дарыуханаларҙа рәсми һатыла. Яҙҙырып алырға ла була.


...Әлбиттә, был сирҙәрҙе еңеү тиҙ генә булманы, ләкин ай ярымдан тапшырылған анализдар уның тәнендә сир ҡалмауын күрһәтте. Әлинә бөгөн балалар баҡсаһына йөрөй, урамда саба, велосипед алдылар, аяҡ һыҙлауын онотто. Мәктәпкә әҙерләнеү төркөмөнә йөрөй, әллә нисә куплетлы шиғырҙарҙы ятлай, ҡулдары әйберҙе ныҡ тота. Гөлназ: “Үҙ баламды үҙем ағыулап, уны шундай ауыр сиргә еткереп ятҡанмын, вәт йүләр, – ти. – Сәләмәт булыу өсөн бер ҡыйынлыҡ та юҡ, бары тик өҫтәлгә балаларға нимә ашарға әҙерләп ҡуй­ғанымды ҡарарға аҡыл етмәгән. Хәҙер ауылға ҡайтҡанда өләсәйҙәре салаттар, һуттар һығып ҡаршы ала, үҙе лә сирләй торған булған, әле үлән сәйҙәре, төнәтмәләр яһай икән, хәле күпкә һәйбәтләнгән”.

Гөлназ хәҙер үҙҙәре кеүек бәләгә тарыған күп кенә ғаиләләргә был сирҙән сығыу юлдарын өйрәтә. Уның да байтаҡ балаға ярҙамы тейҙе. Мәҫәлән, артабан бәйән ителәсәк балаға ла беҙ Гөлназ менән үҙ аяғында йөрөп йәшәү бәхете бүләк итеп кенә ҡалманыҡ, уға ауыр химия терапияһы алыу, ул бала өсөн генә түгел, ололар өсөн дә һынау булған процедураны урап үтергә ярҙам иттек.


Химия терапияһы кәрәкмәне


Татарстандың Яр Саллы ҡалаһынан һигеҙ йәшлек Олеся исемле ҡыҙға химия терапияһы тәғәйенләнгәнен белгәс, уны беҙгә алып килделәр. Ҡул бармаҡтарының күбеһе бөгөлмәй, уң аяғының теҙҙәре күренмәй, шеш ҡаплаған, аяҡ бармағының береһе күгәргән, күҙҙәренең ағы һарғылт төҫтә, йөҙөндә балаларҙа була торған нурҙың әҫәре лә юҡ. Диагноздары – деформациялаусы артрит, стрептококк инфекцияһы, анализдарының күбеһе насар. Көслө антибиотиктарҙы күпләп алғандар, файҙаһы теймәгәс, химия тәғәйенләнгән, сөнки хәл һәйбәтләнеүгә бармай, насарая ғына. Һигеҙ йәшеңдә бармаҡтарың ҡатып барһын әле! Элек 90 йәшлек әбейҙәрҙә лә ундай хәл булмаған. Ниндәй замана был? Был һорауға яуапты эҙләргә, табырға кәрәк, сөнки төҙәтеп булмаҫлыҡ хәлгә күп ҡалмаған. Ата-әсәһенең хәсрәте йөҙҙәренә сыҡҡан, улар шундай ҡурҡыу, хафаланыу хәлендә ине. Әлбиттә, иң тәүҙә баланың бәләкәй сағынан нисек ашауын тикшерә башланыҡ, сөнки ул тыумыштан сәләмәт тыуған. Ниндәй сәбәптәр уны бындай хәлгә килтереп еткергән һуң? Ни өсөн бала һигеҙ йәшендә быуындары ҡатып, инфекциялар баҫып, был яҡты донья менән хушлашыу хәленә килеп еткән? Ҡайһы ерҙә яҡындары яңылышҡан? Нимәгә иғтибар итмәгәндәр?


Был һорауҙарға яуап эҙләгәндә баланың туҡланыуын тикшерҙек. Был осраҡта ла Олесяның дөрөҫ ашамауы билдәле булды. Был ғаиләлә иң күп ҡулланылған ризыҡ сүпрәнән бешкән ҡамыр һәм татлы тәғәм булыуы билдәле булды. Ҡыҙҙың сөгөлдөр, кишер, бүтән йәшелсәне, хатта еләк-емеште бөтөнләй ашамауын һөйләнеләр. Шулай уҡ икешәр-өсәр көн эс ҡатыу осраҡтары йыш булыуы, һыуҙы аҙ эсеүе, бик һирәк тирләүе, хатта йылы көндә лә тирләмәүе асыҡланды. Стрептококк, тамағындағы пневмококк кеүек инфекциялар (улар анализ менән иҫбатланған) үрсеүенә ныҡ шәп шарттар тыуҙырылыуы, быуындар ғына түгел, ғөмүмән, бөтә организм үҫешенә файҙалы ризыҡтың аҙ ашалыуы, бауырҙың бөгөн насар эшләүе (күҙ ағының һары төҫтә булыуы күрһәтә) һәм башҡа күңелһеҙ күренештәрҙе асыҡлап киттек. Улар янына нисәмә йыл буйы эселгән антибиотиктар, көслө уколдар, һуңғы ваҡытта быуындарҙың ауыртыуын оҙаҡҡа баҫа торған уколдарҙы ла ҡушһаң, бала нисек был йәшенә килеп еткән, тип хайран ҡалырһың. Яҡындары шул дәрәжәлә барыһын да аңларға, үҙгәрергә әҙер, сөнки иң ҡиммәтле, иң ғәзиз кешене – баланы юғалтыу алдында торалар.


Нимә эшләнек һуң? Бала әле барыһын да үҙе аңлап эш итерлек хәлгә етмәгән, бәлиғ булмаған, тимәк, әсәй-атай үҙҙә­ренең хатаһын төҙәтергә, ә, дөрөҫөрәге, туҡланыуҙы үҙгәртергә тейеш. Шунһыҙ химия ла, уколдар ҙа ярҙам итмәйәсәк.

Хәлһеҙләнгән, иммунитеты ҡаҡшаған ауырыу тәнгә улар зыян ғына килтерә. Бала хатта йоҡлағанда ла бары тик файҙалы ризыҡ аша организм үҫешенә кәрәкле витаминдар, микроэлементтар, майҙар алырға тейеш. Шунһыҙ төрлө сирҙәргә юл асыла, иммунитет түбәнәйә, быуындар торошо насарлана, көндәлек физик күнекмәләрҙе күтәрә алмай, көсһөҙләнә, хәлһеҙләнә, үҫеш нормалары тайпылыш кисерә. Миңә килеп кит­кәндәренә бер ай ҙа ун көн үтте. Ашауҙы бары тик бала организмына файҙалы ризыҡтар ҡалдырып үҙгәрттек. Хәҙер йәй, бер нәмәгә лә ҡытлыҡ юҡ. Дегәнәк япрағының һутын һығып, уны балаға көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан берәр аш ҡалағы эсерҙеләр. Ул бауырҙың эшмәкәрлеген нығыта, ҡанды таҙарта. Йоҡлар алдынан өс аш ҡалағы әрем төнәтмәһе эсерҙеләр (баш эйәм мин әрем алдында). Сир таратыусы стрептококк, пневмококк кеүек бактерияларҙы еңерлек көс бар унда. Иртәнсәк сәғәт 3-4-тәр тирәһендә бер аш ҡалағы йылы һыу, шунан бер аш ҡалағы таҙа (!) кәрәсин эсерҙеләр. Ике сәғәттән ашарға, эсергә ярай. Ошо ваҡыт эсендә көн дә быуындарға кәрәсин менән компресс ҡуйҙылар, әле лә дауам итәләр. Бер ай үткәс, анализдар тапшырҙыҡ. Уларҙың һөҙөмтәһе яҡшы булды. Стрептококк ҡына әлегә норманан юғарыраҡ ҡала.


Олесяның битендә нур барлыҡҡа килде, һарғылт төҫ китте, теҙҙәрҙәге шеш кәмене, яҡшы йоҡлай, эс ҡатыу (шул хәтлем зыянлы был хәл) күренеше бөттө. Кәйефе һәйбәт, уйнай. Олесяға көн дә иртәнсәк яһар өсөн йога күнегеүҙәренән лимфалар эшмәкәрлеген яҡшырта торған хәрәкәттәр индерҙек. Быуындарҙы нығытырға һығылмалылыҡ кәрәк. Ә лимфалар яҡшы эшләһә, ашаған ризыҡтың файҙаһы тейешле ергә барып етә.


Әлбиттә, әле сирҙе тулыһынса еңеп сыҡ­манылар әле, тик әсәһенең һүҙҙәре был еңеү буласағына ышаныс тыуҙыра: ”Мин был көндәрҙә сирҙең килеп сығыу сәбәптәре тураһында күп уҡыным. Балыҡсы балыҡсыны йыраҡтан күрә, тиҙәр бит әле. Ошондай хәлгә ҡалып, сирҙе еңеп сыҡҡан бүтән кешеләрҙе лә таптым. Бер-беребеҙгә кәңәштәр бирәбеҙ. Миндә хәҙер ышаныс барлыҡҡа килде. Олесяның сире барыбыҙҙы ла үҙгәртте, уйланырға мәжбүр итте. Күп сирҙе үҙебеҙ эшләп тап­ҡан аҡсабыҙға һатып алабыҙ икән (тәм­ле ашаған тартышҡан, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән). Туҡланыуҙы үҙгәртеү ми­нең үҙемә лә файҙаға булды. Кесе ҡыҙыма ла имеҙгән һөтөм файҙалыраҡ була башланы тип уйлайым. Йыш эсе ауыртып илай ине. Хәҙер был бөттө”, – ти ул.


Ошо ике баланың яҙмышында бөгөн меңәрләгән сабыйҙыҡы сағыла, тип әйтә алам. Әсәләрҙең йоҡоһоҙ төндәре, балаларҙың ғазапланыуы, яҙмыштарҙың ҡыйралыуы... Быларҙы күптәргә урап үтергә мөмкинлек барына мин күптән инандым. Ул ҡыйын түгел, бары тик өҫтәлебеҙгә килгән ризығыбыҙ файҙалы, тәбиғи, саф булһын.

Читайте нас: