Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Сентябрь 2019, 09:06

Нимә ашап яман шеште еңеп була?

Күбәйҙе был яман шеш. Уның менән сирләп үлгәндәр ҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, артҡандан арта. Ә бына табиптар фекеренсә, туҡланыуҙы дөрөҫ ойоштороу күп төрлө үлемесле сирҙәрҙе бөтөрөүгә ярҙам итә. Бының менән бөтә донъяға билдәле табип Уильям Ли ла риза. Һәм ул кәңәштәрен бирә.

Табип һүҙҙәренә ышанһаң, рационға антиангиогенлы аҙыҡ-түлек индереү мөһим. Улар ҡан тамырҙарының артыуына ҡамасаулай һәм яман шеш күҙәнәктәрен һуғарыуҙы туҡтата. Бындай аҙыҡ-түлеккә томаттар, йәшелсә, йәшел сәй, еләктәр, кимчи, йогурттар һәм кәбеҫтә инә. Ә кәбеҫтәнең хатта тоҙланғаны ла яман шеш менән көрәшергә ярҙам итә икән.

Яман шеш күҙәнәктәрен ҡәһүә, грек сәтләүеге, чили боросо, брокколи, шәмәхә бәрәңге һәм ҡара көртмәле үлтереүгә һәләтле.

Шулай булғас, иптәштәр, әйҙәгеҙ дөрөҫ туҡланайыҡ һәм был яман сир тураһында ишетмәйек тә.

Читайте нас: