Уның һабағы ла бик файҙалы. 2 ҡалаҡ кипкән һабаҡтың өҫтөнә һыу һалып, 3 сәғәткә төнәтергә ҡуйығыҙ. Һуңынан һөҙөп, иртәле-кисле ярты стакан эсегеҙ. Бөйөрҙәр өсөн ҡабаҡ орлоғо төнәтмәһенең дә шифаһы ҙур. Бер ҡалаҡ орлоҡҡа бер стакан һыу һалып, сәй урынына эсегеҙ. Үҙендә каротин күп булыуы менән ҡабаҡ кишер менән бауырҙан өҫтөн тора. Шуға ла окулистар күҙҙәре насар күргән кешеләргә ҡабаҡ һуты эсергә тәҡдим итә.
Бал менән ҡабаҡ төнәтмәһе – йоҡлай алмай интеккәндә иң яҡшы сара. Ә сәскәһенең төнәтмәһе менән оҙаҡ төҙәлмәгән эренле яраларҙы сайҡай, йомшаҡ “ит”ен бешкән урынға һалып ҡуя алаһығыҙ.
Ҡабаҡтың орлоғон күптәр көнбағыш урынына сиртергә ярата. Йыуан эсәктәге селәүсендәрҙән (глисты) ҡотолоу өсөн иң яҡшы дауаланыу сараһы ул. Төнгөлөккә шәкәр йә бал менән 100 г орлоҡ ашап, иртән бер ҡалаҡ кастор майы эсегеҙ.
Ҡабаҡ орлоғо токсикоз менән интегеүсе буласаҡ әсәләргә лә файҙалы. Ҡулланып ҡарағыҙ, ярты стакан орлоғон сирғандан һуң күңел болғаныуы бөтөнләй баҫылыр.