Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
31 Август 2019, 08:04

Тотош дауахана ҡаласығы төҙөмәкселәр...

Салауатҡа эш сәфәрендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡала дауаханаһының хирургия корпусын реконструкциялау барышы менән танышты.

Бында яңы дауахана төҙөлөшө 1989 йылда уҡ башлана, әммә һуңыраҡ туҡтап ҡала. Эш 2014 йылда ғына ҡайтанан тергеҙелә. 2016 йылдың мартында өс корпустың икәүһе сафҡа индерелә. Уларға 97 миллион һумлыҡ 70 берәмек медицина ҡорамалы урынлаштырыла. Ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов әйтеүенсә, төҙөлөшкә 376 миллион һум аҡса бүленгән, шуның 167 миллион һумы ҡорамалдар һатып алыуға тотоноласаҡ. Хирургия корпусы 2020 йылдың ноябрендә эшләй башлаясаҡ.


Радий Хәбиров ҡалала табиптарға ҡытлыҡ мәсьәләһенең нисек хәл ителеүе менән ҡыҙыҡһынды. Дауахананың баш табибы Салауат Мырҙағолов күптән түгел генә туғыҙ табиптың эшкә алыныуы, сентябрь-октябрҙә Ырымбур һәм Башҡорт дәүләт медицина университеттарын тамамлаған, маҡсатҡа ярашлы йүнәлтмә буйынса уҡыған йәштәрҙең ҡайтасағы тураһында һөйләне. Әлегә ҡалала участка терапевтары һәм педиатрҙары етешмәй.


Радий Хәбиров билдәләүенсә, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре республикала иң киҫкендәрҙең береһе булып тора һәм ҡала власы яғынан даими иғтибар талап итә. Әле Салауат ҡалаһы хакимиәте Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә тотош дауахана ҡаласығын төҙөү буйынса ҙур проект өҫтөндә эшләй. Уның хаҡы яҡынса бер миллиард һум тәшкил итә. Салауат бала табыу йортоноң яңы бинаһын төҙөү буйынса тәҡдимдәр ҙә бар. Төбәк етәксеһе, был проект етди тикшереүҙе талап итә, тип белдерҙе һәм уны “Сләмәтлек сәғәте”ндә ҡарарға күрһәтмә бирҙе.

Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас: