Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
29 Август 2019, 22:00

Баллы ҡамыр сирле органды кире энергиянан таҙарта

Баллы ҡамыр ауыртыныуҙы баҫа, мастопатияла, эренле шештәр булғанда, үпкәләр ялҡынһынғанда, синуситта, ангинала һ.б. сирҙәрҙә ҡулланыла.Уны 20-40 минутҡа сирле урынға ҡуйып торорға, унан ташларға кәрәк. Йорт хайуандарына ашатырға ярамай!

Бер порцияға ҡамыр өсөн 2 аш ҡалағы бал, 2 аш ҡалағы он (арыш онон ҡулланыу яҡшыраҡ), 1 йомортҡа кәрәк. Әгәр ҙурыраҡ кәрәк икән, ошо нисбәтте икегә ҡабатларға тура килә.


Ҡамыр уртаса булрға тейеш – ныҡ ҡаты ла, ағып китерлек тә түгел. Был ҡамырҙы сирле орган тапҡырына, мәҫәлән, бауыр тапҡырына һалып, өҫтөнән целлофан һәм сепрәк менән ҡапларға кәрәк. Әгәр ятып тормай, хәрәкәт итергә кәрәк икән, пластырь менән нығытып торорға мөмкин.

Көнөнә бер нисә тапҡыр эшләргә мөмкин, тик һәр осраҡта яңыһын ҡулланыу шарт!


(Интернеттағы “Большая книга знахаря” төркөмөнән).
Читайте нас: