Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Август 2019, 10:31

“Беҙ 100 кешене ҡотҡарып ҡалғанбыҙ”, – тине Радий Фәрит улы

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров алып барған бөгөнгө Хөкүмәт кәңәшмәһендә этил спиртын, алкоголле һәм спиртлы эсемлектәр етештереү, һатыу буйынса законһыҙ эшмәкәрлекте туҡтатыу саралары тикшерелде.

Республиканың Ведомство-ара йәмәғәтселек хәүефһеҙлеге Советы секретары Алексей Касьяновтың сығышынан күренеүенсә, йылдың тәүге яртыһында суррогат алкоголь етештергән һигеҙ цехты япҡандар һәм 30 мең литрға яҡын легаль булмаған продукция тартып алынған.

Йәшертен һатыу итеүселәрҙең был тауары сифаты буйынса хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәй. Тикшереүҙәр нигеҙендә 68 енәйәт эше ҡуҙғатылған.


Һөҙөмтәлә йылдың тәүге ете айында республикала алкоголь менән ағыуланғандар һаны 100 мең кешегә ҡарата 24,4-тән 19,3-кә саҡлы кәмене. Ә ошондай ағыуланыу арҡаһында үлеүселәр 212-нән 113 осраҡҡа тиклем аҙайҙы.


– Тимәк, беҙ 100 кешене ҡотҡарып ҡалғанбыҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Әммә беҙҙе был йүнәлештә оҙайлы көрәш көтә. Дошман бик хәйләкәр, был бизнес бик ҙур табышлы. Алда эшләйһе күп әле.
Читайте нас: