Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Август 2019, 13:02

Эсәк яман шешенә ҡаршы нимә ашарға?

Балыҡ. Йөрәк өйәнәгенә ҡаршы яҡшы дауа була ала, ҡан баҫымын төшөрөүгә булышлыҡ итә. Йәйен, бағыр һәм ҡара балыҡ Д витаминына һәм омега-3 майына ифрат бай.

Кишер. Көн һайын бер кишер ашау йөрәк өйәнәге ихтималлығын кәметә. Кишерҙең күҙ өсөн дә файҙһаһы ҙур.


Һарымһаҡ. Һыуыҡ тейеүгә ҡаршы яҡшы дауа. Инфекцияларҙы булдырмау өсөн көнөнә ике бүлкәт ашарға тәҡдим ителә. Ул – бактерияларға, вирустарға һәм микробтарға ҡаршы ҡулланыла.


Һуған. Ҡандағы холестерин кимәлен төшөрә. Йөрәк өйәнәге һәм яман шешкә ҡаршы яҡшы дауа була ала.

Зәйтүн майы. Юғары ҡан баҫымын төшөрә. Талаҡта таш барлыҡҡа килеү процесын тотҡарлай.


Алма. Эсәк яман шешенә ҡаршы яҡшы дауа. Мейе һәм һөйәктәр өсөн кәрәк булған матдәләргә бай. Был емештәге С витамины ауырлы ҡатындар өсөн иһә айырыуса файҙалы.


Соя борсағы. Һөйәк ныҡлығын тәьмин итә. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, протеинды иттән алған ҡатындар уны соя борсағынан алған ҡатындарға ҡарағанда көн һайын 50 миллиграмға күберәк кальций юғалта.


Әфлисун. С витаминына бай. Һыуыҡ тейеүҙән башлап башҡа бик күп ауырыуға дауа була ала. Әфлисун менән грейпфруттың күкрәктәге яман шеш үҫешен тотҡарлауы һәм холестеринды кәметеүе билдәле.http://www.ye02.ru/online/18292-jesk-jaman-sheshen-arshy-nim-ashara.html
Читайте нас: