Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Август 2019, 15:36

Радикулит йонсотһа…

• Ауырыуҙы йөҙтүбән һалып, биленә ике ҡап артыҡ ваҡ булмаған тоҙ һибергә, өҫтөнә 8 ҡат итеп бөкләнгән еүеш марля һалырға. Үтекте ҡыҙҙырырға һәм һүндереп марля өҫтөнә ҡуйырға. Бер аҙ билде сәнсеп-сәнсеп алыр. Һуңынан үтекте алып, тоҙҙоң һыуынғанын көтөргә һәм йәнә марляны еүешләп һалып, процедураны ҡабатларға. Бер йылытыу 30 минут самаһы дауам итә. Өс көндән ауыртыу үтә.• Үтә күренмәгән шешәгә 100 мл спирт ҡойорға (одеколон да ярай) һәм шунда уҡ 5 әсе борос ҡуҙағы һалырға һәм 2 бәләкәй шешә 3 процентлы йод иретмәһе һәм 2 флакон бесәй үләне төнәтмәһе өҫтәргә. Бөтәһен бергә бутап, бер тәүлек тоторға. Һуңынан йоҡлар алдынан нәҙек ҡыл ҡәләм менән арҡаға сетка төшөрөп, йылы яулыҡ ябырға.



"Йәшлек" гәзитенән.

Читайте нас: