Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Август 2019, 14:07

Ял көнө диспансерлаштырыуға саҡырабыҙ!

Хөрмәтле стәрлебаштар! Иртәгә, 24 августа, һеҙҙе ял көнө диспансерлаштырыуына саҡырабыҙ. Әлеге акция эшләгән граждандарға медицина ярҙамы алыу мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтелгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, диспансерлаштырыуҙың яңы тәртибенә ярашлы, ул 21 йәштән өс йылға бер тапҡыр, ә 40 йәштән йыл һайын үткәрелә. Шул рәүешле, беренсе этапта түбәндәге тикшеренеүҙәр үтеү зарур:

аналыҡ муйынтығы яман шешен асыҡлау өсөн (18 йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙар өсөн) – йылына бер тапҡыр акушер-гинеколог йәки фельдшерҙа (акушер) тикшеренеү, 64 йәшкә тиклем – өс йылға бер аналыҡ муйынтығынан алынған лайлалы шыйыҡсаны цитологик тикшереү;

һөт биҙҙәре яман шешен асыҡлау өсөн (40-75 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарға) – ике йылға бер тапҡыр – ике проекцияла һөт биҙҙәре маммографияһы;

простата биҙе яман шешен асыҡлау өсөн (45, 50, 55, 60 һәм 64 йәшлек ирҙәргә) – ҡанда простат-специфик антигенды (ПСА) билдәләү;

тура эсәк һәм йыуан эсәк яман шешен асыҡлау өсөн (40-64 йәшлек ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ике йылға бер тапҡыр, 65-75 йәшлектәр өсөн йылына бер тапҡыр) – сифат йәки һан ысулдарында оло ярауҙа ҡан булыуға иммунохимик тикшереү;

ауыҙ ҡыуышлығы һәм ҡалҡан биҙе яман шешен асыҡлауға – тән тиреһен, ирендәге һәм ауыҙ ҡыуышлығындағы лайлалы тышсаны визуаль тикшереү, ҡалҡан биҙҙең һәм лимфа төйөндәрен ҡапшап ҡарау;

үңәс, ашҡаҙан һәм бөйән яман шешен асыҡлауға (45 йәштә) – ФГДС.

Икенсе этапта диагнозды асыҡлау өсөн талап ителгән медицина күрһәткестәре буйынса өҫтәмә тикшереү ҡаралған. Табип-терапевт йәки хирург түбәндәге тикшереүҙәргә юллама бирә:

үпкә яман шешен асыҡлағанда – рентгенография йәки үпкәгә компьютер томографияһы;

үңәс, ашҡаҙан һәм бөйән яман шеше асыҡлағанда - ФГДС;

эсәк яман шешен асыҡлағанда – ректороманоскопия һәм колоноскопия (кәрәк булһа анестезия ҡулланырға мөмкин).

Поликлиника регистратураһына мөрәжәғәт итергә. Үҙең менән паспорт һәм мотлаҡ страховкалау полисын алып килергә.

1979, 1977, 1975, 1973, 1971, 1969, 1967, 1965, 1963, 1961, 1959, 1957, 1955, 1954, 1953, 1952, 1951, 1950, 1949, 1948, 1947, 1946, 1945, 1944 йылда тыуғандарға колоректаль яман шеш скринингы өсөн оло ярау (кал) алып килергә.

Илшат ЯППАРОВ,

үҙәк район дауаханаһы баш табибы.
Читайте нас: