Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Август 2019, 14:02

Дезоморфин – үҙ-үҙен үлтереүселәр өсөн наркотик

Әлеге көндә Рәсәй йәмғиәте алдында торған бихисап проблемалар араһында ил халҡы сәләмәтлегенә һәм милли хәүефһеҙлеккә янаусы наркомания проблемаһы тәүге урында тора.

Наркотик һәм психотроп матдәләр ҡулланыу наркотик бәйлелегенә, психологик, физик һәм социаль деградацияға, йәшләй үлеүгә килтерә, туғандарын һәм яҡындарын ҡайғыға һала, йәмғиәттең потенциалын зәғифләндерә.


Наркомания һәм наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше, енәйәтселек, йәбер-золом һәм коррупция артыуға стимул булып, илебеҙ үҫешенә, кеше аңына торған һайын һәләкәтлерәк йоғонто яһай. Иң ҡурҡынысы - кешеләрҙең тормошон боҙа һәм, һөҙөмтә булараҡ, социаль тәьминәт системаһына ауырлыҡ килтерә.

Илебеҙ етәкселеге законһыҙ ҡылыҡтарға сик ҡуйыу сараларын ойоштора һәм бойомға ашыра. Наркотик «өҙгөләнеү» халәтендә кеше үҙ-үҙен белмәйенсә, ауыр һәм үтә ауыр енәйәттәр ҡылырға һәләтле. Наркотик дозаһы таба алмаған кеше шулай уҡ әйләнештә тыйылған көслө тәьҫир итеүсе матдәләр ҡуллана.

Илдә наркоманияның таралыу күләме һәм темпы шундай ҙур, улар яҡын киләсәктә йәштәрҙең физик һәм әхлаҡи сәләмәтлеген, Рәсәй йәмғиәтенең социаль тотороҡлоғон шик аҫтына ҡуя.

Республикала наркотрафикты һәм ойошҡан наркоенәйәтселекте бөтөрөүҙә хоҡуҡ һаҡлау органдарының әүҙемлеге артыуы наркомандарға героинды һатып алыу ауырлашыуға һәм уны алмаштырыусы яңы сығанаҡтар эҙләүгә килтерҙе. Улар өсөн халыҡта «крокодил» тип аталған «дезоморфин» шундай сығанаҡтарҙың береһенә әүерелде. Ул легаль әйләнештә булған дарыу препараттарынан әҙерләнә. Героин иһә, бихисап аралашсылар селтәрен үтеп, сифатын юғалта. Наркотик таратыуҙа ҡатнашҡан һәр кем күпмелер миҡдарын үҙенә алып, уға башҡа матдәләр ҡушырға тырыша. Һөҙөмтәлә, героин миҡдары бик аҙ булған суррогат килеп сыға. Шуға ҡарамаҫтан, был продукттың хаҡы юғары - грамы 1000 һумдан ашыу.

Был яҡлап ҡарағанда наркомандар өсөн дезоморфиндың бер нисә өҫтөнлөгө бар. Беренсенән, синтетик наркотик булараҡ, дезоморфиндың тәьҫире героиндыҡына ҡарағанда күпкә көслөрәк. Икенсенән, «крокодил» күпкә арзан - 400 һумға тотош кампания «кәйефләнә» ала. Өсөнсөнән, аптеканан бөтә кәрәкле ингредиенттар алып, уны үҙ аллы яһарға мөмкин. Унда улар легаль һатыла.

Иң ҡурнысы - дезоморфиндан үләләр, өҫтәүенә, бик тиҙ ваҡыт эсендә. Уға күнегеү күҙ йомоп асҡан арала була, ә өҙгөләнеү процесы ауырыраҡ үтә. Был энәнән үҙ аллы «төшөү» мөмкинлеген юҡҡа сығара. Героин ҡулланыуҙы туҡтатҡан кешеләр осраһа ла, дезоморфин иһә кешеләрҙе үҙ тырнаҡтарынан ысҡындырмай, уны ҡуллана башлағандар ике йылдан картыҡ йәшәмәй. Наркомандар венаға эләгә алмай «крокодил»ды тире аҫтына ҡаҙаған осраҡта йыш ҡына уларҙа аяҡ-ҡулдарҙы эштән сығарыусы ҡурҡыныс шештәр барлыҡҡа килә.

Элегерәк был наркотик күберәк республиканың төньяк-көнбайышында етештерелһә, әлеге көндә иһә был «ағыуҙы» ҡулланыусылар барлыҡ ҡалаларҙа теркәлә. Дезоморфин хатта ауыл райондарына ла килеп етте.

Дезоморфин - үҙ-үҙенә ҡул һалыусы наркомандар наркотигы. Уны өйҙә лә яһарға мөмкин. Препараттың тәьҫире дүрт сәғәткә тиклем дауам итә. Кеше тәбиғи булмаған күтәренке кәйефтә йөрөй. Хиресләнеү билдәләре һуңғы дозаны ҡаҙағас 8-12 сәғәт үткәндән һуң беленә: ҡыҙыулыҡ, тымау барлыҡҡа килә, ҡалтырата башлай. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс анорексия (организмдың хәлһеҙләнеүе) башлана, тәнгә шештәр сыға, һөйәктәр һыҙлай. Наркомандарҙың аппетиты юғала, уның физик һәм эмоциональ яҡтан көсһөҙләнеүенә һәм үлеменә килтереүе ихтимал.

Статистика буйынса, «дезоморфинсыларҙың» уртаса йәше 25-30ға яҡынлаша. Дезоморфинға улар ғәҙәттә героиндан һуң күсә. Бының сәбәбе героиндың хаҡы ҡыйбатланыуҙа һәм уны табыу еңел булмауында.

Дезоморфин шуныһы менән дә ҡурҡыныс, уның дозаһын арттырыу хәүефе юғары. Кәмендә бер йылдан һуң наркомандың веналары «яна», бөйөр, бауыр, талаҡ, баш мейеһе, йөрәк эшмәкәрлеге боҙола, тромбофлебит, тәндә эренле сей яралар барлыҡҡа килә, иммун системаһы боҙола.

Был мәҡәлә күптәрҙе, айырыуса, йәштәрҙе наркотик бәйлелегенән ҡотҡарыр тип ышанғы килә. Героиндан нисек тә булһа дауаланып булһа ла, дезоморфин ҡулланғандан һуң бындай мөмкинлектең булмауын хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. Уны ҡуллана башлағандан һуң ике йыл ғына ғүмерегеҙ ҡала. Ни бары ике йыл! Уйланығыҙ!

Ринат ЗАҺИҘУЛЛИН,

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Стәрлебаш районы бүлегенең тәүтикшереү төркөмөнөң

өлкән тәүтикшереүсеһе.
Читайте нас: