Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Август 2019, 13:01

Йөрәк сирлеләргә дарыу бушлай

Башҡортостанда йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан яфаланған ҡайһы бер пациенттар йыл буйы дарыуҙарҙы республика ҡаҙнаһы иҫәбенә аласаҡ, тип белдерҙеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Төбәк етәксеһенең ҡарарына ярашлы, халыҡтың айырым төркөмдәрен һәм категорияларын дарыуҙар һәм медицина тәғәйенләнешендәге әйберҙәр менән тәьмин итеү йәһәтенән ҡаҙна иҫәбенә социаль ярҙам сараларын ойоштороу тәртибенә үҙгәреш индерҙе. Ауырыуҙар категориялары исемлегенә йөрәктең ишемия сире һәм мейе инфаркты индерелгән. Әлегә тиклем препараттар ишемия менән ауырығандарға ғына алты айға бирелә ине.


Был маҡсатҡа 185 миллион һум аҡса талап ителә. Башҡортостанда ошондай диагнозлы 10,5 меңдән ашыу кеше теркәлгән. Бындай пациенттарҙы дауалау хаҡы йылына 4700-33000 һумға төшә.


Ҡарарҙы 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем тормошҡа ашырыу планлаштырыла.https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/y-r-k-sirlel-rg-daryu-bushlay/
Читайте нас: