Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Август 2019, 13:40

Балаға көнөнә бер алма - норма, юҡһа...

Алманың орлоғонда зыянлы кислота бар, ти педиатр.

Балаға алма ашатырға булһағыҙ, уны орлоғонан таҙартып бирергә икәнен әсәйҙәр былай ҙа беләлер. Орлоҡтағы синиль кислотаһы зарар килтереүе бар, ти Мәскәүҙең З. Башляева исемендәге балалар клиник дауаханаһының штаттан тыш белгес-педиатры Исмаил Османов.


Бала өсөн норма - көнөнә бер алма. Унан да күберәк ашаһа, аш һеңдереү стстемаһы боҙолоуы мөмкин.


Хәҙер "ысын" алманы табыуы ла бит әле. Магазиндарҙа еҫһеҙ, таш кеүек ҡаты, һутһыҙ алмалар тулып ята.


Аптыраҡ: нимә ашаһаң да, иғтибарлы булырға кәрәк...

Читайте нас: