Салауатта йәшәүсе Диана Сөләймәнова – ана шундай макияж оҫтаһы. Күп кенә танышым уға татуажға йөрөй. Оҫтаның башҡарған эшенә ҡарап һоҡланыусылар күп.
– Өйҙә тик кенә ултыра алмайым, балаларыма төрлө әйбер бәйләйем, кейемде лә үҙем тегәм. Тәүҙә косметик процедураға йөрөнөм, ҡыҙыҡһыныуым артты, аҙаҡ үҙем дә уҡып сығырға ҡарар иттем. Өйрәнеп, сертификат алыуға 30 мең һум тирәһе аҡса китте. Клиенттарҙы башта өйҙә ҡабул иттем. Аҙаҡ матурлыҡ салонында эшләй башланым. Интернет селтәрендә төркөм булдырып, эштәремде фотоға төшөрөп, шунда һалдым. Бер-береһенән күреп, миңә килеүсе гүзәл заттар ҙа артты. Эшем еңел түгел, көн оҙоно клиенттарҙы ҡабул итергә тура килә. Шулай ҙа был хеҙмәт табышлы. Айына 70 мең һум тирәһе килем алам, – ти һылыуҡай.
Диана Сөләймәнова макияж оҫтаһы булырмын тип, бәлки, уйламағандыр ҙа. Сөнки ул иҡтисадсыға уҡып сыҡҡан. Тик был һөнәр буйынса уға эшләргә тура килмәй. Хеҙмәт юлын ҡаланың заправкалау станцияһында башлай. Әле бала ҡарау буйынса ялда. Әлбиттә, матурлыҡ салондары, перманент макияж эшләүселәр ҡалала аҙым һайын тиерлек. Шулай ҙа Дианаға бер килгән кеше тағы ла уға яҙыла, таныштарына ла уны тәҡдим итә. Алтын ҡуллы белгес киләсәктә үҙ эшен тағы ла киңәйтеү, үҫтереү маҡсаты менән йәшәй.
– Диана үҙ юлыңды, эшеңде табыу өсөн нимәләр кәрәк?
– Һәр нәмәне әсәй фатихаһы менән башлайым. Изге кешемдең доғаһы ярҙамында юлым уңа, эшем бойомға аша. Заманы шундай, ниндәй генә йүнәлеш һайлама, ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ, үҙ-үҙеңә ышаныс тойғоһо булырға тейеш. Шул саҡта ғына эшең уң булыр.
Йәштәр – беҙҙең киләсәк, тип күп һөйләйбеҙ, тик улар бөгөнгөбөҙ икәнлеген онотабыҙ. Эш урындары юҡлығы, хеҙмәт хаҡының түбән булыуы арҡаһында егет-ҡыҙҙар тормошта үҙ урынын таба алмай. Шулай ҙа ауырлыҡтарға бирешмәй, үҙ эшен асып, килем алған Диана кеүек йәштәребеҙ күңелдә ғорурлыҡ уята.