Стэрлебаш шишмэлере
+20 °С
Дождь
Һаулыҡ һаҡлау
11 Августа 2019, 07:35
Боланут (иван-чай, кипрей)
Болануттан әҙерләнгән сәй иммунитетты яҡшырта, юғары ҡан баҫымын төшөрә. Ул С витаминына, аҡһымға бай, организм өсөн кәрәкле элементтар, тимер, натрий, магний, марганец, баҡыр бар.
Был үҫемлекте дөрөҫ киптерергә лә кәрәк.
Түбәндәге бер нисә ысул менән әҙерләһәгеҙ, хуш еҫле сәй килеп сығыр.
- Япраҡтарын һыпырып, банкаға тыңҡыслап тултырырға. Ҡапҡасын ябып, ике көнгә ҡараңғы урынға ултыртырға. Һуңынан эҫе мейестә киптерергә.
- Үҫемлекте ит үткәргес аша сығарып, полиэтилен ҡапсыҡта ике көн бәҫәртергә. Шунан йәйеп, күләгәлә киптерергә.
- Ит үткәргес аша үткәрелгән массаны кәстрүлгә тултырып, өҫтөнә кәстрүлдең ҡапҡасынан бәләкәйерәк ҡапҡас ябып, баҫтырып ҡуйырға. Бер тәүлектән һуң алып, елләп торған урында киптерергә.
"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"