Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
29 Июль 2019, 10:43

Йәйҙең көтөлмәгән бәләләренән ярҙамға

- Йәйгеһен ҡырға сыҡҡанда аяҡ-ҡул ҡырҡылып йәрәхәтләнһә, иң яҡшы дауалау сараһы – сайыр.

Көн дә яраға яңы ғына алынған сайыр һөрткәндә, ул бик тиҙ төҙәләсәк. - Яңы өҙөлгән һәм ваҡланған юл япрағы йәрәхәтләнгәндә, тән янғанда ялҡынһыныуға ҡаршы һәм ҡан туҡтатыу сараһы булараҡ ҡулланыла.
- Бөжәктәр тешләгәндә йә саҡҡанда, юл япрағы һутын туҡыма киҫәгенә тамыҙып, зыян күргән урынға ябырға мөмкин. 2 – 3 сәғәт һайын алмаштырып торорға онотмағыҙ. Шулай уҡ бер үк күләмдә юл япрағы менән меңъяпраҡты ваҡлап, яраға ябырға һәм бәйләп ҡуйырға була. Көнөнә 2 – 3 тапҡыр алмаштырырға.
- Танау ҡанағанда меңъяпраҡтың яңы ғына өҙөлгән япрағын ҡулда ыуып, танау тишектәренә ҡуйырға. Шулай уҡ һутын танауға тамыҙырға мөмкин.
- Сиҡандан сей картуф яҡшы ярҙам итә. Уны ҡырғыстан үткәреп, ауыртҡан урынға ҡуйырға һәм 3 – 4 сәғәт һайын яңыртып торорға.
- Йылан тамыры үләненең һыуҙа әҙерләнгән төнәтмәһе ауыҙ сите ҡырҡылып ауыртып торғанда ярҙам итә. Бының өсөн ауыртҡан урынға көнөнә бер-ике тапҡыр ошо төнәтмәне һөртөргә кәрәк.
"Йәшлек" гәзитенән.


Читайте нас в