Эксперттар әйтеүенсә, килем кимәле менән һимереү дәрәжәһе араһында бәйләнеш бар. Дәүләт һәм уның халҡы ни тиклем ярлыраҡ, был күрһәткес тә шунса юғары, тип хәбәр итә “Российская газета”.
Рәсәйҙә “һимереү” диагнозы халыҡтың 1,3 процентына ҡуйылған. Алтайҙа был күрһәткес 5,4 процентҡа етә. Иң яҡшы хәл – Мәскәүҙә (0,5 процент), тимәк, бында йәшәү шарттары яҡшы, ҡәнәғәтлек, күңел асыу, һөйөнөстәр өсөн дә киңлек, мөмкинлектәр етерлек.