Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Июль 2019, 12:37

Сей ризыҡ файҙалымы?

Һуңғы йылдарҙа ябығыу маҡсатында диета тотоу урынына ризыҡты сей килеш ашау киң тарала башланы. Аҙыҡты бешермәй ашаусылар, ошолай туҡланғанда ауырлыҡтың юғалыуы ризыҡтың калорияһы кәмеүенә, артыҡ ашауҙы сикләүгә, туҡланыуҙың яңы төрөнә күскәндә организмдың яраҡлашыу осорона бәйле, тип аңлата. Ҡайһы берәүҙәр хатта: “Ауырлыҡ кәмеү һәм күсмә осорҙағы ҡыйынлыҡтар организмдан ағыулы матдәләр сығыу һөҙөмтәһе булып тора”, – тип һанай.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министр­лы­ғының штаттан тыш баш гастроэнтерологы, юғары категориялы табип Эльвира ҠАҺАРМАНОВА сей аҙыҡ менән туҡланыуҙы өҫтөн күреүселәргә түбәндәге кәңәштәрен бирә.


Аҙыҡты сей килеш ашау – уны йылыла, утта бер ниндәй эшкәртеү­һеҙ (бешермәйенсә, ҡыҙҙырмайынса, боҫ­та тотмайынса һ.б.) туҡланыу рәүеше. “Төп маҡсат – аҙыҡтың бөтә файҙаһын һаҡларға ынтылыу”, – ти сей ризыҡ ашауҙы өҫтөн күреүселәр. Был диетаны даими ашау нормаһы итеп алыу­сылар: “Ғөмүмән, боронғо кеше әҙер аҙыҡ менән туҡлана алмаған, сөнки ҡырағай тәбиғәттә ҡыҙҙырылған, бе­шерелгән ризыҡ юҡ, шуға күрә тап сей ризыҡ биологик яҡтан тәбиғи һанала”, – тигән фекер белдерә.


Туҡланыуҙың был системаһы бер нисә йүнәлешкә бүленә. Әҙерләнмәгән бөтә төр ризыҡты ашауға өҫтөнлөк биреүселәр рационға сей йә ҡаҡланған ит, балыҡ, диңгеҙ ҡыҫалаһы, креветка, шулай уҡ һөт, йомортҡаны ла индереүе мөмкин. Ҡайһы берҙә һөттән баш тарталар, ул сағында табынға үҫемлек ризыҡтары, ит, балыҡ ҡуйыла. Ит менән балыҡты тулыһынса инҡар итеп, үҫемлек ризыҡтары, сей йомортҡа йәки һөт, һөт аҙыҡтары менән туҡланыу­сылар ҙа бар.


Иң киң таралғаны – өҫтәлдән ит, һөт, балыҡ, йомортҡа кеүек ризыҡ­тарҙы тулыһынса алып ташлап, сей үҫемлек аҙыҡтарын ғына ҡалдырыу. Киреһенсә, йәшелсәне, еләк-емеште бөтөнләй аҙ ҡулланып, бешмәгән балыҡ, ит, йомортҡа, ҡыр хайуандары итенә күскән кешеләр ҙә юҡ түгел. Емеш-еләк, ҡыяр, помидор кеүек йәшелсәне генә ашап йәшәүселәр ҙә күп.


Был системаның ҡатнаш төрө хаҡында ла әйтеп үтәйек. Аҙыҡ ул осраҡта май, аҡһым, углевод, витаминдар, микроэлементтар миҡдарына ҡарап бүленә. Бер ашағанда оҡшаш ашамлыҡтар ғына (мәҫәлән, йәшелсәне йәшелсә менән, емеште емеш менән, еләкте сәтләүек менән, ит-һөт ризығын бары тик шундай аҙыҡ менән) ҡулланырға мөмкин. Монотроф туҡланыу тигәне бер ултырғанда бары тик бер сей үҫемлек тәғәме ашауҙан ғибәрәт. Мәҫәлән, тик алма йәки әфлисун менән һыйланалар, күпмелер ваҡыттан һуң – башҡа йәшелсә йә емеш.


Гел бешмәгән аҙыҡ менән туҡланыуҙың һаулыҡҡа ниндәй зыян килтереүе бар? Ашҡаҙаныбыҙ целлюлозаны үҙләштереүгә яраҡлаш­мағанлыҡтан, эшкәртелмәгән үҫем­лек күҙәнәктәренә бай сей аҙыҡ бик ауыр ҡабул ителә. Бының ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлегенең боҙолоуына кил­тереүе, мәҫәлән, фитобезоарҙар (үҫем­лек күҙәнәктәре ризыҡ киҫәген уратып алып, төйөн хасил итә, унан төйөн ташҡа әйләнә) барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ризыҡты тик сей килеш ашау­ҙан теш эмале тиҙ сатнай. Ашҡаҙан­да һәм эсәктәрҙә В12 витамины насар үҙләшеү сәбәпле, организм уға ҡытлыҡ кисерә, шулай уҡ омега-3 кимәле лә кәмей. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күрем циклы боҙола, ҡайһы берәүҙәрендә бөтөнләй туҡтай. Тик сей аҙыҡ менән туҡланыу бигерәк тә балалар, үҫмерҙәр, оло йәштәгеләр, буласаҡ әсәйҙәр һәм атайҙар өсөн зыянлы.


Медицина күҙлегенән ҡарағанда, сәләмәт кешегә диетала сикләүҙәр юҡ, ләкин ауырыуҙарға төрлө ҡәтғи диеталар менән һынауҙар үткәрергә түгел. Ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәренән яфа­ланғанда уның лайлалы тышсаһын ҡуҙғытыусы сей йәшелсә, емеш-еләк ашарға ярамай, шулай уҡ аҙыҡты махсус эшкәртергә кәрәк. Мәҫәлән, ашҡаҙан, үңәс ауырыуҙары менән яфаланғандарға сей кәбеҫтә, шалҡан, торма, ҡуҙғалаҡ, шпинат, һуған, ҡыяр, бәшмәк, әсе, өлгөрөп етмәгән емеш-еләк килешмәй.


Бауыр һәм ашҡаҙан аҫты биҙе сирҙәре ваҡытында сей бәшмәк, ҡуҙғалаҡ, ирәүән, һарымһаҡ, һуған, татлы борос, шәфәри, укроп кеүек үләндәрҙе, емеш-еләкте ашау тыйыла. Эсәк ауырыуҙарынан интеккәндәргә әсеү һәм сереүҙе көсәйткән, эсте күптергән эре күҙәнәкле сей емештәр, йәшелсә бик зарарлы, шуға күрә ниндәй диета тоторға уйлаһағыҙ ҙа, иң элек табипҡа мөрәжәғәт итеп, унан кәңәш алырға онотмағыҙ.

"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: