Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Июль 2019, 16:20

Ағинәйҙәр шифалы үләндәрҙе һәйбәт белә

Элек-электән кешеләр дауаланыу өсөн төрлө үләндәр ҡулланған. Шифалы үләндәр, емеш-еләк ҡайһы саҡ дарыуға ҡарағанда ла һөҙөмтәлерәк йоғонто яһай. Айырым үләндәрҙең файҙалы үҙенсәлеген белгәндә, бик күп сирҙе улар ярҙамында дауаларға мөмкин. Йәй - үләндәрҙе өй шарттарында йыйып-киптереү өсөн иң һәйбәт осор.Әммә бер мөһим нимәне иҫәпкә алырға кәрәк - шифалы үҫемлектәрҙе экологик йәһәттән таҙа урындарҙан йыйырға кәрәк.

Күп үҫемлектәр тураһында беҙ әсәй һәм өләсәйҙәребеҙҙән беләбеҙ, сөнки улар беҙгә ҡарағанда үләндәр тураһында яҡшыраҡ белә. Ә улар үҙ сиратында был хаҡта ата-бабаларынан өйрәнгән. Шуға күрә Ҡабыҡҡыуыш ауылының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауыл ағинәйҙәре менән бергә шифалы үләндәр йыйыуҙы ойоштороуы ғәжәйеп түгел. Улар фельдшер Надежда Һөйәрембәтованы ла саҡырған. Мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар ойоштороусыһы Айгөл Собханғолова әйтеүенсә, Ҡабыҡҡыуыш ауыл биләмәһе территорияһында бик күп үләндәр үҫә. Уларҙы йыйған ваҡытта Рәшиҙә инәй Сатучина үҙе бәләкәй саҡта ниндәй үләндәр йыйыуҙары тураһында һөйләне.

- Элек дарыуханалар ҙа, дарыуҙар ҙа юҡ ине. Һәм шул саҡта беҙ үләндәр, емеш-еләк һәм үҫемлек тамырҙары менән дауалана инек. Ауыр һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа һәр ерҙә лә аслыҡ-яланғаслыҡ булды. Аҙыҡ-түлек етмәй, нигеҙҙә, кешеләр үләндәр менән туҡлана ине, уларҙан аш бешерә торғайны. Сәй эсер өсөн бөтнөк, кейәү үләне, аҡ сәскә ҡулландыҡ. Әсе йыуа, һарымһаҡ, туҡранбаш, юл япрағы, дегәнәк япраҡтарын ашай инек. Дегәнәктең япрағын ғына түгел, ә һабағын һәм тамырын да (уны сей, бешкән, ҡыҙҙырылған килеш ашаныҡ) ҡуллана торғайныҡ. Ҡуҙғалаҡтан аш та бешерҙек, сей килеш тә ашаныҡ. Яҡын-тирәлә үҫкән үләндәр менән дауаландыҡ. Тымауҙан танауға алоэ, каланхоэ һутын тамыҙа инек. Әгәр бөйөр ауыртһа, мең япраҡ төнәтмәһен эстек. Тән боҙолғанда сөйәл үләне төнәтмәһе менән сайҡана инек. Эс киткәндән имән ағасы ҡайырын төнәтеп эстек. Яраны бәйләү өсөн алабута япрағы ҡулландыҡ. Әгәр япраҡты яраға һалһаң ул ҡан ағыуҙы туҡтата һәм зарарланырға юл ҡуймай. Һәм тағы ла, он менән буталған алабута орлоғонан ҡоймаҡ, икмәк, кесерткән һәм ҡуҙғалаҡтан борщ бешерә торғайныҡ, - тип хәтерләй Рәшиҙә инәй. Үләндәрҙең файҙаһы хаҡында Дилбәр Собханғолова ла күп белә. Ул тыумышы менән Бөрйән районынан.

Фельдшер Надежда Һөйәрембәтова ла үләндәрҙең ҡайһы бер үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.

- Подагра менән яфаланһағыҙ ҡырҡбыуын һәм күк сәскә, ә ангина һәм фарингиттан шалфей һәм календула ҡотолорға ярҙам итер. Бронхит һәм йүткергәндә татлы тамыр һәм бесәй тырнағы, һаҙанаҡ (багульник) һәм юл япрағы кәңәш итәм, ә танауҙағы полиптан дегәнәк һәм сөйәл үләне ярҙам итер. Ә нервылар ҡаҡшағанда һәм хроник йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә арыҫлан ҡойроғо (пустырник) һәм мелисса, бөтнөк һәм фенхель һәйбәт була, ә тамырҙарҙа варикоз булғанда аҡ сәскә, татлы тамыр һәм һары мәтрүшкә ҡулланырға була, - тине ул йыйылған үләндәр тураһында.

Был көндө үлән йыйырға Алһыу Һөйәрембәтова, Элина Абдрахманова һәм Әминә Ишембәтовалар сыҡты. Ҡыҙҙар киләсәккә үҙҙәренә фәһемле һабаҡ алды, сөнки үләндәр менән дауаланыу иң хәүефһеҙ ысул тип һанала. Кесерткән тураһында бик күп мәғлүмәт белделәр. Был үләнде, баҡ тиһәң, дарыухана тип йөрөтәләр икән. Боронда: «Кесерткән үҙе генә ете табипты алмаштыра» тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Юл япрағынан әҙерләнгән ризыҡ аппетитты, кәйефте, эшкә һәләтлелекте һәм ҡандағы гемоглобин кимәлен күтәрә. Дегәнәк тә бик файҙалы. Аҙыҡ ҡиммәте буйынса ул кишер, петрушка һәм ҡуянтубыҡты алмаштыра ала. Был матдәләр алмашыныуын тергеҙеү, бихисап сирҙәрҙе профилактикалау өсөн һәйбәт сара. Дегәнәк, ә айырыуса уның тамыры, протеиндарға, эфир майҙарына, күп витаминдарға бай.

Был көндө ағинәйҙәр мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, кейәү үләне, гөлбаҙран һәм башҡа бик күп үләндәр йыйып, киптерергә һалды. Ҡышын, сираттағы занятиеларҙан һуң, улар йәйҙе иҫкә алып, хуш еҫле үләндәр менән сәй эсәсәк.

Ҡабыҡҡыуыш ауылынан «Ағинәйҙәр» ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһы әхлаҡлылыҡ, милли йолалар һәм традицияларҙы тергеҙеү, үҫеп килеүсе быуында милли ғөрөф-ғәҙәттәр тәрбиәләү менән әүҙем шөғөлләнә. Улар ауылда үткәрелгән бихисап ҡыҙыҡлы саралар инициаторҙары булып тора. Аҙна һайын ҡатын-ҡыҙҙар бергә йыйылып, ҡул эше менән шөғөлләнә. Теләгән һәр кем, шул иҫәптән балалар ҙа, уларҙан бик күп нимәгә өйрәнә ала. Шулай итеп, күптән түгел улар үҙҙәре өсөн башҡорт биҙәүестәре - һаҡал һәм баш кейемдәре эшләгән. Бер нисә көнөн «Ҡорама» тегеүгә бағышлаған. Эштәрен улар төрлө күргәҙмәләрҙә күрһәтә. Яҙ башы менән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән бергә тәбиғәттә «Ҡарға бутҡаһы», «Кәкүк сәйе» халыҡ байрамдарын үткәргән. Ошо көндәрҙә улар шифалы үләндәр йыйған.
Читайте нас: