Фән әленән-әле һолоноң яңы файҙалы үҙенсәлектәрен аса. Билдәле булыуынса, ул нервы системаһын нығытыу, йөрәк, үпкә эшмәкәрлеген көйләү, ҡан әйләнешен һәм матдәләр алмашыныуын яҡшыртыу өсөн файҙалы. Дөйөм алғанда, һолоно – тәбиғәттең кешегә ҡиммәтле бүләге тип ҡабул итергә мөмкин. Латин теленән туранан-тура тәржемә иткәндә, был үҫемлектең исеме avena – «сәләмәт булыу» тигәнде аңлата. Ул тәндәге артыҡ һыуҙы ҡыуыу, яраны уңалтыу, үтте таҙартыу, ауырыуҙарға ҡаршы тороу кеүек файҙалы үҙенсәлектәргә эйә. Бынан тыш, микроэлементтарға һәм витаминдарға бай булыуы менән ул иң файҙалы туҡланыу продукттары исемлегенә инә. Шуға күрә табип-диетологтар уны туҡланыу рационына индерергә тәҡдим итә. Һолонан эшләнгән битлектәр иһә тирене шымарта, йөҙҙө йәшәртә.