Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Июль 2019, 11:38

Хәтерҙе яҡшыртырға ярҙам итеүсе аҙыҡтар

Хәтерҙе яҡшыртырға ярҙам итеүсе аҙыҡтар

Розмарин

Ул антиоксиданттарға һәм карнозин кислотаһына бай. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, розмариндың еҫе генә лә хәтергә ыңғай йоғонто яһай.


Майлы балыҡ

Һөмбаш, скумбрия, палтус һәм сельдь кеүек балыҡ­тарҙа ҡандағы холестерин кимәлен кә­метеүсе һәм баш мейеһе тамыр­ҙа­рына ыңғай тәьҫир итеүсе омега-3 кислотаһы күп. Балыҡта шулай уҡ зиһен яҡтылығын биреүсе йод бар.


Брокколи

Мейе эшмәкәрлеген яҡшыртыусы К витамины һәм магний сығанағы. Кәбеҫтәлә шулай уҡ мейе әүҙемлеген күтә­реүсе бор ҙа бар.


Кишер

Организмдың, шул иҫәптән ме­йенең ҡартайыу процесын тот­ҡар­лай. Уның соста­вын­дағы лютеолин хәтер өсөн яуап биреүсе күҙәнәктәрҙең ваҡытынан алда үлеүенә ҡаршы көрәшә.


Әстерхан сәтләүеге

Сәтләүектә лә лютеолин бар. Ул мейеләге йәшкә бәй­ле һәм тышҡы фак­торҙар йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән ял­ҡын­һыныуға, хәтерҙең насарайыуына ҡаршы көрәшә, иғтибарлылыҡты көсәйтә, мейелә зарарлы матдәләр етештерелеүҙе кәметә һәм бактерияларҙың ағыулы йоғонтоһонан һуң нейрондарҙың йәшәү көсөн һаҡлап алып ҡалыуға булышлыҡ итә.

"Йәшлек" гәзитенән.

Читайте нас: