Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Июль 2019, 11:52

Буласаҡ шәфҡәт туташтары

Айтуған ауылынан Гөлшат Асҡарова менән Илүзә Дияроваға (һүрәттә) быйылғы йәй хәтерҙәрендә бик оҙаҡ һаҡланасаҡ. Уларҙың күптәнге хыялы тормошҡа ашты. Ҡыҙҙар ҡулдарына дипломдар алып, тиҙҙән шәфҡәт туташы булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлаясаҡ.

Илүзә менән Гөлшат - класташтар һәм уларҙы бик күп нимә берләштерә. Бергә Айтуған башланғыс мәктәбендә, артабан Йәшергән урта мәктәбендә уҡыйҙар.

Йәшергән мәктәбе уҡытыусылары уларҙы тик яҡшы яҡтан ғына баһалай. Илүзә менән Гөлшат бәләкәй сайтан уҡ тик «биш» билдәләренә генә өлгәшә. Ҡыҙҙарҙың киң белем даирәһе, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, тырышлыҡ кеүек сифаттары уларға төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуларға ярҙам итә. Илүзә Кесе фәндәр академияһында шөғөлләнеп, тыуған Айтуған ауылы тарихын яҙа. Уның эше Өфөлә айырым номинацияла билдәләнә. Һәм тағы ла улар һәйбәт шиғыр һөйләүселәр. Туған һәм рус телдәрендә бихисап шиғырҙар беләләр. Һәйбәт уҡығандары һәм мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн ҡыҙҙар район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаровтың стипендияһына лайыҡ була.

Мәктәпте тамамлағас улар бергә Стәрлетамаҡ медицина колледжына уҡырға инә. Ата-әсәләре билдәләүенсә, улар бында ла үҙҙәрен тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтә. Ошо көндәрҙә ҡыҙҙар дипломдар алған. Әйткәндәй, улар икеһенең дә ҡыҙыл.

Илүзә менән Гөлшат һәйбәт уҡыған кеүек яҡшы эшләр, тип ышанабыҙ. Һайлаған һөнәре уларға тик ҡәнәғәтлек һәм шатлыҡ ҡына килтерһен.
Читайте нас: