Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Июль 2019, 16:53

"Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһының июль маршруттары

"Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы дауам итә. Стәрлетамаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский һәм Дыуан маршруттары буйынса сығып киткән биш автопоезд, план буйынса эшләй.

Күсмә Сәләмәтлек үҙәктәрендә, ФАПтарҙа, флюорографтар һәм маммографтарҙа, диагностикалау үҙәктәрендә, стоматологик модулләрҙә республикала йәшәүселәр белгестәргә консультацияға керә, тикшереү үтә һәм беренсел медицина ярҙамын ала ала.

Ошо аҙна бер автопоезд беҙҙең районда теләгән кешеләрҙе 24 июлгә тиклем ҡабул итә. Автопоезд район Мәҙәниәт йорто алдында урынлашҡан. 18 июлдән 20-һенә тиклем ул Тәтер-Арыҫлан, ә 21-нән 24-нә тиклем Йәлембәт зонаһында ҡабул итәсәк.
Читайте нас: